“Сәләмәтлек поезы” – Ватан ауылында Башҡортостанда алтынсы тапҡырға уҙғарылған “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһына ярашлы, “Сәләмәтлек поезы” күсмә медицина комплекстары беҙҙең районда 26 апрелдә Табын ауыл биләмәһенең Ватан ауылында үҙ эшен башланы һәм бик күп кешене ҡабул итеп өлгөрҙө лә инде.
“Йәшел Башҡортостан” акцияһы Йәшелләнһен өсөн еребеҙ... 27 апрелдә республикала һуңғы йылдарҙа йолаға әйләнгән “Йәшел Башҡортостан” акцияһына старт бирелде.
Махсус хәрби операция контрактсыларына бер тапҡыр бирелә торған түләү арттырылды Башҡортостанда илдең Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән хәрби хеҙмәткәрҙәргә 205 мең һум аҡса түләү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо хаҡта әйтте. Республика етәксеһе тейешле указға ҡул ҡуйған.
"Тәмләп тә ҡарама!" 26 апрелдә Красноусолдағы 2-се урта мәктәптең тамаша залында "Тәмләп тә ҡарама-2024" район агитбригадалар смотр-конкурсы үтте. Балалар ижады үҙәгенең район хакимиәтенең социаль һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге менән берлектә уҙғарылған конкурс эскелеккә, тәмәке тартыуға, наркоманияға ҡаршы профилактик сара булып тора һәм балалар, үҫмерҙәр, йәштәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалай.
“Өмөтлө ҡәләм” ижад бәйгеһенә йомғаҡ яһалды 25 апрелдә Красноусол үҙәк район китапханаһында “Өмөтлө ҡәләм – 2023” ижади бәйгеһенең сираттағы йомғаҡлау сараһы үтте. Унда абруйлы ҡунаҡтар – яҡташыбыҙ, яҙыусы, шағирә, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Һәҙиә Дәүләтшина, Жәлил Кейекбаев, Муса Гәрәев исемендәге премиялар лауреаты Гөлнур Яҡупова,  “Аманат” журналының яуаплы секретары, яҡташыбыҙ Зөбәржәт Яҡупова, район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Әлфиә Шаһиева, “Форсат” йәштәр үҙәге етәксеһе Рәшиҙә Килмөхәмәтова, үҙәкләштерелгән район китапханаһы мөдире, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәүзиә Зәйнуллина, “Табын” район гә
Олуғ шәхесте ҙурлап... Үткән аҙнала Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында арҙаҡлы яҡташыбыҙ, киң билдәле тарих һәм археология ғалимы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының тәүге рәйесе Нияз Мәжитовтың иҫтәлегенә арналған “Мәжитов уҡыуҙары” республика фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙғарылды. Бында Илеш, Ишембай, Иглин, Шаран, Миәкә, Мәсетле, Баймаҡ, Белорет, Күгәрсен, Архангел, Ҡыйғы, Учалы, Ҡырмыҫҡалы, Ғафури һәм башҡа райондарҙан, Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Октябрьский, Сибай, Баймаҡ, Белорет ҡалаларынан 84 уҡыусы үҙҙәренең етәкселәре менән килгәйне. Уҡыусылар секцияларҙа үҙҙәренең фәнни-эҙләнеү эштәрен яҡланы, асыштары менән таныштырҙы, жюри һорауҙарына яуап бирҙе.
Красноусол балалар баҡсаларында студия һәм клуб асылды 26 апрелдә Красноусолдағы “Тирәккәй” һәм “Әкиәт” балалар баҡсаларында тантаналы шарттарҙа Президент гранттары Фонды ярҙамында үҙенсәлекле студия һәм клуб асылды.
Ватан һаҡсылары һынатмаҫ Һәр саҡтағыса 1 апрелдән егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә саҡырыу башланды. Ошо уңайҙан 24 апрелдә буласаҡ Ватан һаҡсылары өсөн һәм йәш быуынға хәрби-патриотик тәрбиә биреү маҡсатында районыбыҙҙа Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы көнө уҙғарылды.
“Ҡышҡы йәйғор” яҙҙы балҡытты 25 апрелдә Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының тамаша залында Ғафури районының Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбикә ойошторған “Ҡышҡы йәйғор – 2024” балалар ижады бәйгеһе еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.
Показать ещё