Ҡырғыҙстанда "Манас" эпосына арналған байрамда водителһеҙ йөк машинаһы балаларҙы тапаған "Sputnik Ҡырғыҙстан" телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, 35 кеше зыян күргән, бишәүһенең хәле ныҡ ауыр.
00:27
VID_20240503_152451_034.mp4
9 просмотров
Ғәлиәхмәттән Абдуллиндарҙың ихатаһында 300-ләп ләлә сәскә атҡан!
"Хәйбулла районының Ғәлиәxмәт ауылында йәшәгән Рәшиҙә һәм Хисам
Абдуллиндаp ғаиләһенең хәлдәрен белешеп сыҡтым.
65 йылдан ашыу иңгә-иң теpәшеп, татыу ғүмеp иткән, егәpле, xеҙмәт яpатҡан был паp ҡанаттаpҙың иxаталаpына инеү менән ҡыҙыл келәмдәй ләлә cәcкәләpе иғтибарҙы йәлеп итә.
Өй xужалаpы: "Үткән йыл бөтәһе өc йөҙ ләлә cәcкә атҡайны, ә быйыл ниcәү икәнен һанаманыҡ", -тип ҡыуаныcтаpы менән бүлеште.
Тюльпандаpынан тыш, улаpҙың башҡа бик күп төpлө cәcкәләpе, емеш ағаcтаpы cәcкә атып, инәй-oлатайҙы һөйөндөpөп ултыpа", - тип яҙалар "Ғәлиәхмәт мәҙәниәт усағы" төркөмөндә.
😱 Күрше Татарстанда ҡыш еткән
2024 йылдың 3 майы. Был видеояҙма Кама Тамағы ҡасабаһында төшөрөлгән.
Әллә яҙ килмәҫкә уйлаймы?
00:33
VID_20240503_143709_160.mp4
5 просмотров
Ейәнсура районынан әсә һәм уның ике сабыйы юл фажиғәһендә һәләк булған 28 апрелдә Зариф менән Айгөл биш айлыҡ улдары һәм өс йәшлек ҡыҙҙары менән Стәрлетамаҡҡа ҡайтып барғанда Мораҡ ауылы янындағы юлда аварияға осраған. Ҡаршы һыҙаттағы ВАЗ-2110 уларҙың Chevrolet Lanos автомобиленә килеп бәрелгән. Lanos юлдан ситкә осҡан. Әсә һәм сабыйҙар урында йән биргән, ғаилә башлығы дауаханаға оҙатылған. 1 майҙа Айгөлдө һәм уның ике балаһын үҙенең тыуған яғында - Ейәнсура районының Иҙелбәк ауылында ерләгәндәр. Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Өфөлә «башҡорт сакураһы» сәскә атҡан Ҡала халҡы алһыу сәскәле алмағасты шулай тип йөрөтә. Был ағастарҙың күбеһе Зәки Вәлиди урамында, Ленин исемендәге паркта, үҫеп ултыра. Өфөләр йыл да унда фотоға төшөргә, ғаилә менән ял итергә ярата. Дендрологтар матур кадрҙар яратыусыларға ашығырға кәңәш бирә, сөнки «сакура» бер аҙна тирәһе сәскәгә төрөнөп ултыра, һуңынан уның алһыу таждары ҡойола башлай.
❄ Апрелдең һуңғы көнөндә Башҡортостанда ҡар яуған Видеоны Баймаҡ районының Шүлкә ауылында төшөрөп алғандар. "Беҙҙә бына яңынан ҡыш, ҡар яуа. Тәҙрәнән генә төшөрәм, һыуыҡ тип, тышҡа ла сыҡманым,", - ти кадр артындағы тауыш.
00:39
VID_20240502_154532_546.mp4
9 просмотров
Манараға кем атҡан?
Моҫтай - Баймаҡ районындағы бөткән ауыл. Бөгөн унда ял итеү өсөн йорттар, ғибәҙәт ҡылыу өсөн мәсет бар. Ауыл бик күркәм тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Бығаса бында Кәримовтар йылҡы тота, ҡымыҙ бешә ине. Бөгөн ул Сафиндар ҡулында.
Яңыраҡ интернеттағы социаль селтәрҙә видео таралды. Баҡтиһәң, Магнитогорск ҡалаһынан килгән һунарсылар, бында ял иткән арала мәсет манараһына атҡан, ай тишкеләнеп бөткән. Видео төшөрөүсе һөйләүенсә, әле ул һунарсыларға Аллаһ язаһы килгән: икеһе лә бәләгә тарыған. Береһе өйөндә янған, икенсеһе юл фажиғәһенә юлыҡҡан.
Видео авторы изге йорттарға, изге китаптарға теймәҫкә саҡыра, язаһы мотлаҡ буласаҡ тип киҫәтә.
"Атайсал" гәзите
Бөрйән батыр улы менән хушлашты
Бөрйән районы батыр улы, Мораҙым ауылы ир-уҙаманы, махсус хәрби операция барышында һәләк булған ҡаһарман яугир, рядовой Үтәбаев Илназ менән хушлашты.
Матәм митингыһында яугирҙең туғандары, күршеләре, ауылдаштары, класташтары, яҡындары, район хакимиәте башлығы Ғ.Манапов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Ф.Моратбаҡыев, Белорет һәм Межгорье ҡалалары, Белорет һәм Бөрйән райондары буйынса хәрби комиссар С.Захаров, район ауылдарынан, ҡырҙан килгән күп һанлы ҡәрҙәштәр ҡатнашты.
Илназ Илгиз улының "Ҡаһарманлыҡ" ордены яугирҙең атаһы Илгиз Йәнғәле улына тапшырылды.
Йәнең йәннәттә булһын, ҡаһарман яҡташыбыҙ!
"Таң" гәзите
❤ Ябай Малай кәләш алған!
Талантлы йырсы Йәмил Баймырҙин Ғаилә йылында кәләшле булған.
Хәйбулла районының Байғусҡар ауылында тыуып үҫкән Йәмил Баймырҙин (Ябай Малай) үҙенең сәхифәһендә кәләш алыуы хаҡында хәбәр иткән. "Яңы ғаилә. Баймырҙиндар ғаиләһе. Ғаилә йылы- 24" тигән хештег менән никах фотоһын һалған.
Йәш ғаиләгә оло мөхәббәт, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ!
Йәмил Баймырҙин ни өсөн Ябай малай псевдонимын алыуын түбәндәгесә аңлатҡан:
"Беренсеһе: ул исемем һәм фамилиямдың ҡушылмаһы – Я. (Ямиль) + Бай. (Баймырҙин)
Икенсеһе: мин ябай ауыл малайы, бөтә кешеләрҙе лә нисек бар, шулай яратам, ихлас, алсаҡмын, һәм ошо сифаттар һәр саҡ кешеләр күңеленә юл яра ала икәненә төшөнгәнмен. Ябайлыҡта
😱Ветер сорвал крышу со здания школы в Башкирии
В деревне Узбяково Гафурийского района Башкирии порывом ветра частично сорвана кровля со здания местной школы, сообщает ГУ МЧС по Башкирии.
Прибывшие на место представители экстренных служб установили, что площадь сорванного с кровли профнастила – 450 кв.м (общая площадь кровли – 1400 кв.м.). Никто не пострадал. Детей планируют перевести на дистанционное обучение.
Показать ещё