Левая колонка
- Класс
- Класс
Сәләм биреп уҙҙым әле
белгән-күргәндәремә.
Өндә түгел, бары төштә
йән яҡын мәрхүмдәргә.
Әйтелмәгән һүҙҙәрем
сәселде һыуыҡ елгә.
Күҙҙәрҙең нурын тапмай
йығылдым гүрҙәренә.
Ой, һыуыҡ бында
Өҙөлдө үҙәктәрем!
Нисек кенә ятмаҡ кәрәк
өшөнө эсәктәрем.
Ярһып атлап, илай-илай
уҙҙым мәңгелек йортто.
Аҡылдан шашырға мөмкин
йәнем упҡындан ҡайтты..
Үлгәндәрҙән ник ҡурҡырға.
Тереләр йәнде үртәй.
Йәшәүҙәре был донъяла
шул хәтлем рәхәт, ай-һай!
Римма Саньярова-Ғәлиәхмәтова.
белгән-күргәндәремә.
Өндә түгел, бары төштә
йән яҡын мәрхүмдәргә.
Әйтелмәгән һүҙҙәрем
сәселде һыуыҡ елгә.
Күҙҙәрҙең нурын тапмай
йығылдым гүрҙәренә.
Ой, һыуыҡ бында
Өҙөлдө үҙәктәрем!
Нисек кенә ятмаҡ кәрәк
өшөнө эсәктәрем.
Ярһып атлап, илай-илай
уҙҙым мәңгелек йортто.
Аҡылдан шашырға мөмкин
йәнем упҡындан ҡайтты..
Үлгәндәрҙән ник ҡурҡырға.
Тереләр йәнде үртәй.
Йәшәүҙәре был донъяла
шул хәтлем рәхәт, ай-һай!
Римма Саньярова-Ғәлиәхмәтова.
На этом пока всё
Войдите в ОК, чтобы посмотреть всю ленту
Друзья3129
- Ильгиз Гафаровс. Кармаскалы (Кармаскалинский район)