Предыдущая публикация
Совет осоронда Башҡортостанда райондарҙың туғанлашыу йолаһы булды. Әүҙемлеге, берҙәмлеге менән бигерәк тә Баймаҡ--Илеш дуҫлығы айырылып торҙо. Быйыл был дуҫлыҡҡа 60 йыл тула икән. Ошо уңайҙан бөгөн Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында “БАЙМАҠ МЕНӘН ИЛЕШ ЙӨРӘГЕНДӘ ДӨРЛӘП ЯНА ДУҪЛЫҠ УТТАРЫ!” тип аталған осрашыу уҙҙы. Уны ике райондың хакимиәттәре, үҙәк китапханалары ойошторҙо. Сараға Илештән китапханасылар, "Илһам" әҙәби-музыкаль ижад клубы ағзалары килде.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев