Бөйөк Ватан һәм совет-япон һуғыштарында ҡатнашыусы, 41-се гвардия танк бригадаһының танк орудиеһы командиры (7-се механизацияланған корпус, 2-се Украина фронты) гвардия старшинаһы, Чехословакияның Брно ҡалаһы янында барған алышта күрһәткән батырлығы өсөн юғары наградаға – Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған, һуғышҡа тиклем һәм имен тормошта етәксе урындарҙа эшләгән, Ленин ордены менән бүләкләнгән Шаһи Ямалетдиновтың тыуыуына – 110 йыл. Геройҙың һәм уның кеүек 121 яугирҙың исемен ауылдаштары һәм туғандары ҡәҙерләп һаҡлай. Батыр ауылдаштары исеме менән ауыл урамдарының береһе, Шығай мәктәбе йөрөтөлә. Уның иҫтәлегенә мәҙәни һәм спорт саралары үткәрелә. Күптән инде традицияға әйләнгән Шаһи Ямалетдинов иҫтәләгенә үткәрелгән еңел атлетика эстафетаһы ла тыуған ауылында 33-сө тапҡыр үткәрелде.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев