Шоморт сәскәм тиеп Иркәләп һәм һөйөп, Йөрәгемдә урын алдың да. Яттарҙы йәр иттең, йыраҡтарға киттең. Янған утҡа мине һалдыңда. Хуш еҫтәрен һибеп, сәскә ата шоморт. Өмөттәрем кеүек ап-аҡты. Онотмағанһыңдыр, иҫкә алаһыңдыр. Һағынам шул миндә шул саҡты.
Апрель, апрель… Күпме бүләк иттең Һөйөнөслө матур ал таңдар... Йомшаҡ бөрөләрен һиндә биҙәп, Яр буйында серләшә талдар... Күңелгә дәрт өҫтәй һәр йәшеллек , Япраҡ яра, ана , ағастар ... Аҡ күлмәген көткән кәләш һымаҡ , Майға кереп бара алмағастар ... Хуш апрель... Һаубуллашаһың һин , Йылы ямғырҙарын яуҙырып, Тәбиғәттән күскән йәшәреүҙе Көтәбеҙ шул күҙҙәр талдырып... Ошо айҙа ҡоштар һөйөнөп , Йылы яҡтан күпләп ҡайттылар . Онотола яҙған йыр-моңдарын Һинең ҡуйыныңда таптылар... Май айҙары хәйерленән булһын , Донъя аҡ сәскәгә күмелһен . Һәр-бер кеше иҫән-имен булып, Аҡ бәхеткә генә төрөнһөн.. Мөхәббәтле булып күренһен ... Гөлнур Мөхәммәтханова
Нимә етмәй һиңә, күңел, нимә кәрәк ? Доньяң тыныс , аяҙ күгең, тормошоң мул. Нигә һыҡрай икән йөрәк, ник күҙҙә йәш ? Булғанына шөкөр ит һин , рәхмәтле бул. Нимә етмәй һиңә , күңел, нимә етмәй ? Бер Хоҙайым , күңел тыныслығы һорайым . Бәхетемдән шашып-шашып көләр саҡта Бер сәбәпсеһеҙ , үкһей -үкһей илайым . Нимә кәрәк һиңә , күңел, нимә етмәй ? Бәхет менән тулып ата һәр бер таңым. Тойоп йәшәйем Хоҙайымдың рәхмәттәрен . Тик ниңә һуң һыҡрай йөрәк, әрней йәнем ? Нимә етмәй һиңә , күңел, нимә етмәй ? Бер Хоҙайым , күңел тыныслығы һорайым . Бәхетемдән шашып, шашып көләр саҡта Бер сәбәпсеһеҙ , үкһей -үкһей илайым . Нимә етмәй беҙгә , дуҫтар , нимә етмәй ? Күңелдәрҙең тыныслығын ҡайҙ
Мин һеҙҙең барығыҙҙы ла ысын күңелдән 1 май - Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән тәбрик итәм! Һеҙгә ныҡлы иҫәнлек , ғаилә именлеге, хеҙмәт дәрте, йәшәү шатлығы, сәләмәтлек теләйем . Байрам һәм ял көндәрегеҙ яҡындарығыҙ менән матур ҙа , файҙалы ла, күңелле лә үтһен !
Кеше ғүмере һабын ҡыуығылай , Көтмәгәндә шартлый...юғала .. Юлдарында упҡын осраһа ла, Насарлыҡҡа хис тә юрама. Һәр миҙгелдең ҡәҙерҙәрен белеп, Тик һөйөнөп кәрәк йәшәргә. Ваҡытынан алда китеүселәр , Күңелдәрҙә мәңге йәшәр ҙә . Беркем белмәй ниҙәр көтә алда Яҙмыш юлы илтер ҡайҙарға. Араларҙа асыу ,үпкә икән, Кәрәк уны тиҙерәк яйларға . Х. Асхадуллина.
  • Класс
Тирә- яҡты байҡап , әкрен генә , менеп барам ғүмер үренә . Өҫкә менгән һайын юғарыраҡ , кемдең кем икәне күренә ... Кеше күңелен уйлап үткән ғүмер , ә минекен кем һуң уйлаған ? Фани донъяларҙың заялыгын , мин икәнмен һуңлап аңлаған ... Үҙ баһамды беләм , инде күптән , шаҡымайым бикле күңелде . Һөймәгәнгә хәҙер һөйкәлмәйем , Ялған дуҫтар янда юҡ инде . Үҙ юлым бар , тик үҙемә яҙған , тайпылмайса яҙһын атларға . Һаулыҡ , бәхет , күңел тыныслығы , насип булһын барлыҡ дуҫтарға ! Сәфинә Ҡусҡарова
Йәкшәмбе иртәһе хәйерле булһын дуҫтарым ! Тормошта ниндәй генә хәлдәр килеп сыҡһа ла , күңел яҡтылығын һүндермәй , йөрәк наҙы, йән йылыһы менән йәшәйек, дуҫтарым, туғандарым, ауылдаштарым ! Матур, тыныс ял көндәре теләп ҡалам !
Һәр гөнаһтың була язаһы. Тәбиғәттә төрлө ағас була, Ҡайһы бере серей эсенән. Тышҡы яҡтан хаҡтар биреп булмай., Көлөп йәшәмәгеҙ кешенән... Мул сәскә атҡан алмағас та, Ҡайһы ваҡыт бирмәй алмаһын. Күҙ йәштәре бик хәтәр ул, Рәнйешенән ҡаса алмаҫһың... ,, Миләш татлы емеш түгел "-тип, Бер ҡайсан да киҫмә ағасын. Асыуланып кеше ҡарғай күрмә, Кире ҡайтыр асы ҡарғышың... Тәбиғәттә төрлө ағас үҫә, Һәр береһенең була дауаһы. ,, Яман килеш рәхәт йәшәйем" - тимә, Һәр гонаһтың була язаһы... З. Бухаров
Хәйерле иртә матур кешеләрем! Сәләмәт булығыҙ.
Показать ещё