Предыдущая публикация
Тыуған яғым... Бер матур төш
Сайпылдыра күнел ҡылдарын.
Йылдар үткән һайын Япарымдын
Нығыраҡ һағынамын мондарын.
Һағынамын яҙҙын килеүҙәрен-
Бар донъяны йыуып һыу таша.
Дим һыуҙары ярҙарынан сығып
Офоҡтарға барып тоташа.
Кемдер балыҡ аулай был ваҡытта,
Өй йыуыуҙар,өмә иттереп.
Ә төндәрен ҡоштар тауыштары
Ауыл өҫтөн ҡаплай, янғыратып.
Һағынамын ауылымдын
Хәтфә кеүек бәпкә үләнен.
Урамдарҙан йүгергәндә ялан аяҡ
Тәпәйҙәрҙе наҙлап һыйпауын.
Кисә генә кеүек күҙ алдымда-
Ләйсән ямғыр яуа-бәрәкәт,
Ҡыҙ-балалар оҙон толомдарын һүтеп
Ямғыр тамсыларын ҡыуа-әй,рәхәт...
Һыу инеүҙәр,бесән сабыу,
Киске дәртле гармун тауышы.
Ауылҡайым,һиндә үткән һәр бер мәлем,йырым,
Күнелемден нурлы һағышы.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 17