“Торатау” конгресс-холында III Республика “Ватан көсө” форумы үтте. Унда “Атайсал” йәмәғәт проектының сираттағы миҙгеленә йомғаҡ яһалды. Мәртәбәле сарала шулай уҡ әүҙем меценаттар һәм хәйриәтселәрҙе хөрмәтләгеләр.. Был проектҡа старт 2021 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән бирелде. Республикабыҙҙың төрлө ауыл һәм ҡалаларында тыуып үҫкән кешеләр унда ҡатнашып кесе Ватанына – атайсалына ярҙам итә. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Проектта ҡатнашыусыларҙың ярҙамы менән 438 һәйкәл һәм обелиск яңы төҫ алған, 100-ҙән ашыу балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөлгән, 550-гә яҡын шишмә төҙөкләндерелгән, 437 мәсет һәм 77 сир
Башҡорт теленән диктантҡа – 10 йыл! Халыҡ-ара кимәлгә сыҡҡан милли акцияның быйыл юбилейы. Республикала сара беренсе тапҡыр 2015 йылда уҙғарылды. "Юлдаш" радиоһы унда йыл һайын ҡатнаша. Диктантта йыл да да тик "бишле" генә алабыҙ))) Йола буйынса бөгөн дә диктантты яратҡан урыныбыҙ - Өфө, фән һәм технологиялар универститетында яҙабыҙ.
  • Класс
Башҡортостандан гвардия бригадаһы Жуков ордены менән бүләкләнде.
Үҙәк хәрби округтың 12-се айырым гвардия инженер бригадаһы ил Президенты Указы менән юғары наградаға лайыҡ булды.
Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәрбиҙәрҙе ҡотланы.
"Беҙҙең бригаданың данлы тарихы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башлана. Ул 1942 йылда ойошторола, әле лә илдә иң яҡшы инженер подразделениеларының береһе. Махсус хәрби операция башланғандан алып Алкино-2 ауылында урынлашҡан частағы егеттәргә 387 дәүләт һәм Оборона министрлығының меңдән ашыу наградаһы тапшырылды", - тип яҙа Радий Хәбиров.
Беҙҙең ғүмер мәңгелектә Бер күҙ асып йомған ара. Йылдарымдан йырҙар ҡала, Йырҙарым һеҙгә ҡала! "Юлдаш" радиоһы Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында йырсы - шағир Ғилман Иҙрисовтың ижадына арналған хәтер кисәһе үткәрҙе. Ғилман уйылданы улының шиғырҙарына байтаҡ йыр яҙылған. Улар бер яңғырағас та, халыҡ араһында популяр булып китә. Был йырҙар бөгөн дә сәхнәнән ағыла, радио каналдарҙан ишетелә, табындарҙа йырлана. Уларҙы ваҡыт һынауын үткән, ысын йыр байлығыбыҙ тип әйтә алабыҙ. Концерттан тулы репортажды беҙҙең телеграм каналда ҡарағыҙ. https://t.me/radiouldash
  • Класс
Рәсәйҙә һәм элекке Советтар Союзы республикаларында Владимир Ленинды иҫкә алалар.
Юҡһылдар юлбашсыһының тыуыуына бөгөн 154 йыл. Владимир Ленин 20-се быуат башында ике тапҡыр Өфө ҡалаһында ла булып китә. Хәҙер ул туҡтаған өйҙә йорт-музей эшләй. Ленин музейы бинаһы тарих һәм мәҙәниәт һәйкәлдәре исемлегенә индерелгән.
Был көн элек ҙур байрамға әйләнә торғайны. Тантаналы линейкалар, ярыштар хәтерҙәме?
  • Класс
💥 Һабантуйға ТИРМӘ кемгә эләгер? ❗"Юлдаш" радиоһы "Башҡортостан тирмәләре" фабрикаһы менән ойошторған конкурста иң күп “лайыҡ” йыйған 20 фотоһүрәт тауыш биреүгә сығарыла. Еңеүсене һеҙ билдәләйһегеҙ, дуҫтар. Тауыш бирегеҙ: ⬇⬇⬇ https://vk.com/app7198399_-4647320#… Мотлаҡ шарт: "Юлдаш" радиоһы һәм "Башҡортостан тирмәләре" фабрикаһы төркөмөнә яҙылырға. Тирмәле ауылды “Теге өсәү” 26 апрелдә иғлан итә.
Балтас эшҡыуары Марат Әхмәтйәнов алғы һыҙыҡҡа техникаһын һәм пилорамын алып китте. Марат Сәғит улы доброволецтар сафына быйыл баҫты. Бөгөн ул “Башҡортостан” полкында хеҙмәт итә. “Әхмәт” тигән ҡушаматы армиянан ҡалған. “Алғы һыҙыҡта ағас материалдар етмәй. Шуға Донбасҡа кәрәкле техника һәм ҡорамалдар алып китергә ҡарар иттем”, - ти яугир. Республика ир-егеттәрен контракт буйынса Ҡораллы көстәргә саҡыралар. Берҙәм белешмә телефоны: 117. Ситуация үҙәгенең телефоны: 122 йәки 8(347) 218-19-19. Башҡортостан Хәрби комиссариатының һайлап алыу пункты адресы: Өфө, Революция урамы, 156. Элемтә телефоны: +7 (347) 248-29-31.
00:31
Видео
369 просмотров
Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров Башҡортостан Республикаһының презентацияһы барышында барыһын да хайран ҡалдыра алды. 🗺 Төрлө илселектән йыйылған дипломаттарға ул үҙенең шәхес булараҡ формалашыуында Башҡортостан тәбиғәтенең ыңғай йоғонтоһо булды, тип һөйләне.
01:03
Видео
165 просмотров
Радий Хәбиров Рәсәй cит ил эштәре министры Сергей Лавров менән осрашты. 🇷🇺 Мәскәүҙә Башҡортостандың презентацияһы үтте. Унда төрлө илдәрҙән вәкилдәр ҡатнашты. Осрашыуҙа хеҙмәттәшлекте нығытыу мөмкинлектәре ҡаралды. Беҙҙең республиканың 5 дәүләттә вәкиллектәре эшләй. Беларусь һәм Ҡаҙағстан, шулай уҡ Абхазия менән тығыҙ бәйләнештәр урынлаштырылған. Сергей Лавров Ишеү слаломы федерацияһы Попечителлек советы рәйесе булараҡ Өфөлә спорт комплексы төҙөлөшө өсөн рәхмәт белдерҙе. Ишеү слаломы комплексы Өфө юбилейына асыла. Радий Хәбиров Сит ил эштәре министрын баш ҡаланың 450 йыллығына арналған сараларға саҡырҙы.
Показать ещё