Мәктәптә. Мейестә ут яна.Нимә тураһындалыр серләшеп гөрөлдөгө сыға ялҡындар.Өй йылынып килә .Атай менән әсәй сәй эсә.Ни арала өлгөргәндер әни ҡоймағы өстәлдә ,бәлешләре ҙә йылы .Балалар йоҡлай.Атай эшкә сығып китә ,әней балаларны уята.Берәмләп йыуынып ,урын –ерен йыйыштырып балалар өҫтәл артына килеп ҡунаҡлайҙар: -Ашағыҙ,етешегеҙ ҡыҙҙарым ,ҡунаҡ ҡына бит һеҙ атай йортонда.-Балалар берәмләп рәхмәт әйтеп торалар ,кейенешеп мәктәпкә китәләр. Ә унда иртәнге зарядка.Советтар илендә һау –сәләмәт быуын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленде.Бөтә ерҙә лә ,хатта производствола ла физминутка индерелде.Зарядканан һуң биш минутлыҡ тәнәфес.Дәрескә әҙерләнергә.Дежурный ишек төбөндә тороп уҡытыусыны ҡаошы
Корона. Тормош алһыу, тиеп уйнап –көлөп, Һис ҡайғыһыҙ йәшәп ята инек, Әллә ҡайҙан хасил булып вирус: -Бөтәгеҙ ҙә тип –тигеҙ тине. Түрәләрҙе шаштырҙы ла Наҙандарҙы баҫтырҙы, Морондарҙы яптырҙы ла Ағыулы ял ҡаптырҙы. Көн артынан көн үтә, Көндә фарман яңыра, Фармандарҙы үтәйем,тип Беҙҙең баштар ҡаңғыра. Кемдер кеҫә ҡалынайта, Кемдер ҡоҫалмай ята, Бала-саға,ҡарт –ҡоролар Телефон ҡосоп ята. Мине урап үтә тиеп Эре йөрөй берәүҙәр, -Берәүгә лә теймәһен ,тип, Үтенә изге йәндәр. Үтерме ул,үтмәҫме Тора ул бары беҙҙән. Кеше булып ҡалайыҡ,тип Теләйем бөтәбеҙгә.
Үгеҙбаш. Әсәһенә алтынсы ,атаһына унынсы ул булып тыуған Үгеҙбаш бик ҡәҙерле сабый була.Тыуырын ата-инәһе һәм уларҙың ғәйептән һәм ғәйепһеҙ тыуған сабыйҙарының дүртәр күҙләп көтөп алған ырыу дауамына яратып тоҡом башы булһын ,тип исем һайлайҙар.Үгеҙбаш өрмәгән ергә ултыртылмай.Атаһының нисәнселер ҡатынының әсәһенең нисәнселәр иренән тыуғас тыуған-тыумасалар күп. Шыуышҡанда ла үрмәләгәндә лә ҡулдан-ҡулға ғына йөрөй Үгеҙбаш.Атаһы ат егеп сыҡҡанда арбаға күпереп ятҡан бесән өҫтөнә мамыҡ мендәр һалып йәтешләп кенә ултыртып ҡырға алып барып бес итергә лә ергә төшөрмәй, еләктәрҙең иң бешкәнен алдына ғына килтереп һала.Ун йәше тулып үтеүгә ҡарамаҫтан мәңге кипмәҫ маңҡаһын балаҡайының үҙ
Аҡтырнаҡ. Ҡартайып ,хәле бөткәнсе хеҙмәт иткән тоғро дуҫыбыҙ...Аллаһының бер бүләге ине ул. Бер айлыҡ самаһы ғына көсөк эйәреп килде,үҙе килгәс ҡыуманыҡ...Иҫ киткес тоғролоҡ менән хеҙмәт итте.Ҙур кәүҙәле ,ҡара йөнлө ,осҡор ҡарашлы ,оҙон ботло ,текә ҡолаҡлы эт булып үҫеп етте.Муйынында муйынсаһы булһа ла һис ваҡыт бәйләмәнек.Ишек алдына ингән кешегә лә малға ла өрә белеп кенә өрҙө.Барометр тиерһең...Бала-сағаға бөтөнләй өрмәне.Күршеләр йомошҡа балаларын ебәрә торғайны.Әбей –һәбейгә ипләп кенә ырылдап ҡына ҡуя.Иҫеректе яҡын да килтермәй ,балағына йәбешә лә ысҡындырмай .Үҙ ғүмерендә бер кешене лә тешләмәне ,кейемдән генә эләктерә торғайны.Тауыҡҡа тешен генә күрһәтә ,ят малды бер өрөүө менән ҡу
Тәрбиәһеҙ хужа. Холоҡһоҙҙар илгә хужа- Булдыҡ харап. Баш эйгәне уларҙың бит Бары шарап. Эсеү менән кеше сәйнәп Үтә ғүмер. Был ғәмәлдең ахырында Утлы-күмер. Утлы-күмер йота хәҙер Ипле бәндә- Еңел тартһын гонаһтарың Үлсәгәндә. Тәрбиәһеҙ белем алһа Илгә афәт. Был бәндәнең зыяны күп Илгә яфа. Эскелекте дуҫ иткәндәр Хужа булыр. Ғәйбәт илә уйнаш менән Донъя тулыр. Шешә арты хәл ителер Ил хәлдәре. Иҫереклек менән үтер Күп мәлдәре. Мәлғүндәргә башың эйһәң Кафыр булып, Иҫеректе тиң күрерһең Бахыр булып. Эскесегә көнөң ҡалһа Ай-һай инде. Ғәйбәтсегә серең асһаң Һаҡлан инде.
Алйоттарҙан алыҫ йөрө. Яҡшылыҡҡа әйҙәп дөрөҫ һүҙҙе Иҫбатлама алйот әҙәмгә. Дөрөҫлөктө күрмәй һуҡыр бәндә, Тик һүҙҙәрең китер әрәмгә. Дөрөҫлөктөң ҡәҙере һуҡыр тәңкә Ялған –ялағайҙар йортонда. Тура һүҙең үҙ-үҙеңә ағыу- Терәк булмағанда артыңда. Түрә-ҡара һөйә ялағайҙы, Юҡҡа маҡтап артын үпкәнде. Белмәһә лә бәндә белер Алла Йәшәп хәләл тирен түккәнде. Күрһәң күр ҙә әйҙә күрмәмеш бул, Һаңғырау бул юҡ-бар хәбәргә, Күберәген телһеҙ булып ҡалһаң- Тиҙ инмәҫһең әле ҡәбергә. Аҡһаҡ-туҡһаҡ ,һуҡыр -һаңғырауҙар иле, Күҙһеҙ,телһеҙ тере имгәктәр- Кемгә кәрәк һинең дөрөҫлөгөң- Илгә хужа саҡта ишәктәр. Эшләмәгән эште эшләнек ,тип, Түләмәгән хаҡты түләнек ,тип, Яҙғанына шунда бер нишана Түҙгән ҡағыҙ ғына ышана
Оҙайтылған көн. (мәктәп йылдарынан иҫтәлектәр) Советтар илендә уҡыусылар өсөн төштән һуң мәктәптә дәрес әҙерләү ойошторола.Был үҙ сиратында баланы ойошҡанлыҡҡа ,үҙ контролгә ,ғәҙел була белергә ,үҙ-үҙе өсөн тора белергә ,ижади ,спорт һәләттәрен үҫтерергә ҙур йоғонто яһай.Алға киткән фәнни-техник индустоиялы ил мәктәп алдына ҙур бурыстар менән бер рәттән киң уңайлыҡтар ҙа ҡуя:тәрбиәселәр ,тренерҙар ,ижади түңәрәктәр етәкселәре штаттары булдырыла.Уларҙың маҡсаты призлы урын түгел ,ә һәр уҡыусыла белемгә ынтылыш ,тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү. Шулай дәрестәр бөтөү менән класҡа оҙайтылған көн тәрбиәсеһе килеп инә. Ул балаларҙы мәктәп ашханаһына алып китә. Теҙеп ҡуйып һәр кемдең ҡулын таҙа ,мат
Әлмира. Әлмира үҙ-үҙен белгәндән балалар йортонда йәшәй.Ул ошонан башҡа тормошто күҙ алдына ла килтермәй.Нисек бында килеп эләккәнен дә белмәй.Ул әлегә бик бәләкәй шул.Ашатһалар ,ашай ,йоҡлатһалар йоҡлай,саҡырһалар килә ,ҡыуһалар китә.Нимә бирәләр шуны кейә,кейемдең ҙурын- бәләкәйен ,матурын-яңыһын айырмай.Балалар йортонда бөтәһе лә бер төрлө кейенгәс,шулай булырға тейештер тип уйлай.Ашханала өс тапҡыр ашаталар ,бынан тыш икенсе иртәнге аш.Тик үҫеп килгән тән быға ғына туймай ,күрһәтмәй генә икмәк алып сыҡмаһаң төндә асыҡтыра.Балалар бөтәһе лә йәшереп икмәк алып сығалар ,тәрбиәселәр ҙә төнгө нянкалар ҙа күрмәмешкә һалыша ,тик директор ғына күреп ҡалһа бөтөн интернаттың аҫтын-өҫкә килтер
Ҡайҙа  бараң әле ,ҡабаланып? Ҡайҙа булсын инде ,Юлыҡҡа!!! Анда бүген сиңә нәрсә бар соң? Барысы да бүген Юлыҡта!!! Юллары да ана ҡаршы килә, Ҡарағайлар сыҡҡан сәләмләп, Ҡосағына ала аҡ ҡайыннар, Мағаш белән Төгән ҡыуана, Ҡайтҡаннар, дип безне сағынып...
Показать ещё