Кулдарыңны устарыма алып Һөйөп кенә Әсәй һыйпаным, Сәстәреңдән,биттәреңдән һыйпап Хәлең нисек ?- тейеп һораным. Әсәкәйем минең куҙ нурым Сыйырсыҡтар килгән кур әле! Моңло итеп һайрай, тыңла инде Тәҙерәгә куҙең һал әле.!. Йылға буйҙарында йәшелләнә Тирәктәре ,зифа талдары, Йәшел улән ҡалҡып сығып килә Урамдарға әсәй карале... Йәшел уләндәргә баҫа алһам Бәлки дауа булыр-тинең бит... Баҡсаңдағы гөлдәр сәскә атты Әсәй бәғрем курмәй киттең бит .. Кулдарыңды алдым устарыма Биттәреңде һыйпап караным .. Ишетмәнең әйткән һуҙҙәремде Йомдоң Әсәй , матур куҙҙәреңде.. Мәңге йоҡоларға һин талдың ...
Әсәйемдең юбилейена яҙған ,уны ҡотлап,аҙыраҡ уның тарихын һөйләгән инем кунаҡтарға.Ошо яҙма килеп сыҡты ла йыртырға йәлләнем. Бөгөн беҙҙең анкәйебеҙҙең иң матур шатлыҡлы көнө,юбилейе!!! Бөгөнгө кеүек йылы, матур алтын көҙ көнендә көтөп алған,яратҡан ҡыҙҙары булып донъяға килгән.Һәр атай-әсәй балаһы иҫән-һау донъяға килгәс кыуана,беҙҙең Зәкиә нәнәйҙә шулай кыуанғандыр.Ауыр ваҡыт булһала атай,әсәй булған өйҙә,бала аслыҡ,яланғаслык кисермәгәндер.Рәхәтләнеп инәй ҡуйыныңда уҫеп яткандә өйгә ҙур ҡайғы килә.Әсәйҙәре бала артынан һауыға алмай.Өй тулы бәләкәй балаларын,картайымды йәтим ҡалдырып нәнәйем үлеп китә.Анкәйемә 5 йәш,энеһенә 2,5 йәш була Инәй тейеп әйтер кешеләре юҡ,инәй ҡуйыныңда иркәләу
Килде йылы,йәмле яҙҙары, Сәскә атты алма,муйылдар, Йәшелләнде зифа талдары Моңға тулды йылға буйҙары.!. Киттең курә алмай яҙҙарҙы, Һандуғаслы алһыу таңдарҙы, Өҙөлә йәнкәйҙәрем өҙөлә, Йөрәккәйем телеп теленә!.. Шул сәскәле матур яҙҙарҙа Әсәкәйем һин һуң кайҙарза? Муйыл сәскә атты баҡсаңда Кайҙа һин ,әсәйем,һин кайҙа? Йәмле язҙар килер күп тапҡыр, Һандуғаслы таңдар ҙа атыр, Алмағаста бешер алмалар Тик төзалмәҫ әсәй яралар...
  • Класс
Кулдәгеңде куҙ алдына Элеп куйҙым йәнкәйем, Йәшел кулдәк ,йәшел бәрхәт Һинең төҫөң әнкәйем! Һинең тәмең,һинең еҫең Тороп ҡалған кулдәктә, Был кулдәкте ныҡ яратып Кейҙең әнкәй бигрәктә.!⁵ Йәшел бәрхәт кулдәгеңде Кейеп кер һин төшөмә, Йәшел төҫтө ныҡ яраттың Килеште шул уҙеңә ! Йәшел бәрхәт кулдәгеңде Гүмерем буйы һаклармын, Эсем бошоп һағынғанда Тотоп,тотоп ҡарармын... Матур бәрхәт, йәшел кулдәк Тора эленеп ҡаршымда, Минең өсөн һин иҫәнһең, Һин әнкәйем янымда!!!
Йөрәгемде кан илатып Ташлап киттең әсәкәйем, Оло кайғы нисек кенә Туҙәр икән йөрәккәйем ... Колағымда һинең тауыш, Күҙ алдымда йылмайыуың, Йаштәр аға тотоп булмай Һин юклыҡҡа ышанмайым... Төш кенәлер был тиһәмдә Төш түгел шул,әсәй һин юҡ, Тыштан көләм ,эстән янам, Юатырға әсәй һин юҡ... Һинһеҙ нисек өйрәнергә Йәшәргә был доньяларҙа, Йәтим калған йөрәгемде Нисек әсәй дауаларға? Тындар өрөп торҙом да бит Етмәне бит биргән тыным .. Әсәкәйем, алып калалманым Белмәнем шул башҡа юлын .. Оло һәм кесеһен ҡарамай Әжәл ала ғәзиз йәндәрҙе, Мәңгелеккә ғазаптарға һалып Әрнеп, өҙгәләй бар тәндәрҙе.!... Тар ҡәберҙәрең киңәйһен Яҡты булһын гурҙәрең... Ожмахтарға барып керһен Һинең ғәзиз йәндәрең,
Ике айҙа үтеп китте инде Был донъянан дуҫым киткәнгә, Йөрәктәргә бетмәҫ ҡайғы һалып Мәңгелеккә беҙҙән киткәнгә. Тәҙерәңә ҡарап торҙом бөгөн Ҡараңғылык,янмай уттарың.. Һағындым бит, белһәң ине дуҫым Һағыныуҙарҙың юктыр сиктәре?.. Уйҙврымдан бер көн сыҡҡаның юҡ, Төштәремә нишләп кермәйһең? Эй дуҫкайым ,әйтсе бер һуҙ тиеп, Һурәтеңә ҡарап һөйләйем.... Күпме һөйләшһәктә һуҙ бетмәне Илаштыҡта һағынып уткәнде, Тәгәрәшеп шунан көлә инек Һындар ҡатып йәштәр бөткәнсе. Нурлы өйөң,нурлы йөҙҙәреңде Тауышыңды һинең һағындым! Тәмле ашың,тәмле сәйҙәреңде Әхирәтем бигрәк һағындым! Уйҙарымдан сыҡмай берҙә тейеп Хәйер һалып ҡайттым уҙеңә, Тыныс йоҡла матурҡайым минең Матур итеп төшкә кергелә.🙏🙏😪
  • Класс
Әле генә кергән инек, Йәшлек яҙына Кай арала ғүмер уткән, ,Уткән кеүек аҙ ғына. Маңлайҙарға һырҙар һалған, Сәстәр ағарған Йәшлегебеҙ бик алыҫта, Алыҫта калған! Муйыл сәскә атҡан яҙҙы Һаман яратам! Бер аҙға ғына булһала Йәшлеккә ҡайтам! Һәр йыл килә муйыл сәскә Атҡан йәмле яҙ, Йашлеккә кире ҡайтара Аҡ сәскәле яҙ! Йөрәк кенә һис ҡартаймай Һәр ваҡыт йәп-йәш, Бөрөләнеп сәскә ата Йәмле яҙ еткәс!
  • Класс
Бер -бер артлы һабакташтар китә Йөрәктәрҙе йашкә батырып.. Теләһәктә булмаҫ осрашыуҙар, Киткәндәрҙе булмаҫ кайтарып.. Әле генә китте Флузәбеҙ Уңалмаған йөрәк яраһы ... Куҙ алдында тора йылмайыуы Ҡолағымда көлгән тауышы. Теуәл генә бөгөн ике айҙа Тағы хәбәр,тағын юғалтыу.... Фәнилебеҙ бөгөн китеп барған Беҙҙең өсөн бик ҙур был ҡайғы... Берәм, берәм супләй әжәл беҙҙе Иртә әле ,иртә тейһәктә., Гумерҙәрҙе хоҙай биргән һанап Һорап алып булмай нисектә. . Ауыр тупрактары еңел булһын Арабыҙҙан киткән дуҫтарҙың🙏 Бары яҡшы иҫтәлектәр менән Йөрәктәрҙә һеҙҙе һакларбыҙ😪
  • Класс
Һин кайҙарза икән инде хәзер Куктәме һин,йондоҙзамы,ай мы? Куктә булһаң курәһеңдер беҙҙе Хәбәреңде һалсы дуҫкайым! Куктә булһаң ҡайһы болот икән Һине һалкындарҙан һаҡлаусы? Йондоҙ булһаң иң яктыһы һиндер Нурҙар сәсеп төндә яныусы! Йомшаҡ ҡына ап-аҡ болоттарҙа Йөҙәһеңдер зәңгәр куктәрҙә, Әллә ап-ак карҙар булып кына Осаһыңмы беҙҙең тирәлә? .. Йондоҙ булһаң кайһыһы икән һин? Яҡты янған йондоҙ күп куктә, Кул болғаһам "һаумы әхирәт" тип Яуап бирерһеңме һин төштә?.... Ай янында якты йондоҙ яна Һибеп төнөн ергә нурҙарын, Шул йондоҙҙо һиңә окшатамын Һинең балкыш унда дуҫкайым. . Туғандарың ғәзиз улыкайың, Сәләм юлай һиңә дуҫтарың! Беҙҙен осөн яҡты йондоҙ булып Балҡы куктә Флүзә дуҫкайым!!!!
Показать ещё