Предыдущая публикация
Сәхрәләргә сыҡтым
Сәхрәләргә сығып йыр йырланым,
Йыраҡтарға китте тауышым.
Йыраҡтарға китһә лә тауышым,
Таралманы хәсрәт-һағышым.
Сәхрәләргә сығып йыр йырланым,
Һандуғастар уны тыңланы.
Тыңлаһа ла уны һандуғастар,
Йөрәк әрнеүҙәрем тынманы.
Сәхрәләргә сығып йыр йырланым,
Сайҡалышып ҡуйҙы ҡайындар.
Сайҡалышып ҡуйһа ла ҡайындар,
Баҫылманы минең ҡайғылар.
Сәхрәләргә сығып йыр йырланым,
Ул йырымды елдәр таратты.
Йәшлек хатам булған йән-йәремде
Илай-илай йырлап яңырттым.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 5