nuriyafatk

"ЙӘДКӘР"

ҺИН Күпме көндәр, күпме төндәр үтте, Күк ҡабағы ҡат-ҡат асылды. Мин төрөнөп һөйөү ҡосағында, Йәшәгәнмен һиңә табынып... Матурлығын табып был таңдарҙың, Әллә һөйөп, әллә танһыҡҡа?.... Һин йөрөнөң минем тормошомда, Ҡарамайса ысынбарлыҡҡа.... Мин үҙем дә һиҙмәй ҡалдым буғай, Әллә һөйҙөм, әллә талпындым?.. Әле булһа йыям яраларҙың Затлыларын, аҫыл-алтынын.....
nuriyafatk

"ЙӘДКӘР"

АҠ ЙОНДОҘ Тик бер йондоҙ уйға һала, Араларҙа - алыҫ сама, Йыһандарҙы айҡап сығып, Минең менән бергә ҡала.... Ышаныста осоу - сара, Болоттарҙы ҡаға-каға, Тынғы белмәй алға бара, Юғалтҡанды табып кара!... Тик бер йондоҙ – яҡты яна, Бара-бара күңел тала.... Кисерергә барыһында Йөрәк ҡайҙан көстәр таба?...
nuriyafatk

"ЙӘДКӘР"

ҠАЛЫП Үҙ йәреңде таба алмай, Йөрөнөң ҡыҙыҡ табып. Тол ҡатындар араһында Буйҙаҡ исеме тағып. Тол ҡатындар һаҡһыҙлыҡтан, Тотош ғаҙапта янып. Юғалттылар аҡылдарын, Тотош уртаға ярып. Береһен таптың, береһен һаттың, Йөрөнөң алып-һалып.... Өмөттәрен аҙаштырып, Йөрәккә уттар һалып. Ахыры сиктә һайланыуҙан, Башың буталып ҡалып, Барыр юлдарын ҡапланың, Кейҙерҙең оло ҡалып.... Мин йондоҙҙар араһынан Бөтәһен күреп ҡалып... Саҡматаштарға әйләндем, Ярһыуҙан һүҙһеҙ ҡалып...
nuriyafatk

"ЙӘДКӘР"

ЯРЫШ Бөгөн - ямғыр...аҡыл урап үтә, Хистәр болоттарға әйләнә. Уйҙар ташып ел-дауылдар ҡыуа, Күңел бер-береһенә бәйләнә. Бөгөн - ямғыр,..аҡыл талап итә, Ялтлай йәшен, урай ялагай. Был ғәрәсәт - бер терәкһеҙ һөйөү, Ярамайға йөрәк ҡарамай.... Бөғөн - ямғыр, күптән көткән таңдыр... Тороп ҡалдым кайнар алышта.. Аҡыл менән күңел шашҡан сағы.... Ҡайһы еңәр микән ярышта?....
nuriyafatk

"ЙӘДКӘР"

ХЫЯНАТ "......Мин бит көтәм" - тинең, аңламаным, Ҡайҙан осоп дауыл ҡупканды... Ул саҡта уҡ, ахыры, белмәгәнмен, Кем өсөн һин уттар йотҡанды. Тәрәҙәмдең уты һүнмәҫ ине, Белгән булһам кире ҡайтҡанды... Һин бит мине генә "һөйәм" - тинең, Бутаныңмы ысын-ялғанды?.... Туҡталманым, күңел ҡушмағандыр, Ҡалмаҫ өсөн тотош алданып. Бар булмышың ҡайтып урап үтте Күҙ алдымда ҡабат аҙашып... Хоҙай белә, кемгә нисек бирә, Алдын-артын тарта донъяның. Үҙ-үҙемә мин ышанмай торам, Ярай алданыптар ҡалманым......
nuriyafatk

"ЙӘДКӘР"

Дорогие друзья!!!  По многочисленным просьбам моих друзей и близких читателей, предлагаю своё творчество на татарском языке!!!...
ЙОЛДЫЗЛАР ИЛЕ Кем соң уйлап тапкан бу сөюне?... Бер туктаусыз хисләр артыла?... Ай - Йондызны, Йолдыз - Айны эзли, Бер берсенә күңел ашкына?.. Ышанычта яна йөрәкләр дә, Йолдызлар да барча атыла... Яратудан акыл алышына, Сүзләр - тәмле, бары - бал гына!.. Көннәр төнгә алышына төсле, Сине эзли, күңел, талпына!... Бу - Йолдызлар иле!.Йөрәгем дә Матурлыкка гына тартыла!...
nuriyafatk

"ЙӘДКӘР"

ҺӨЙӨҮ Ҡыр ҡаҙҙары китте...Мин шул юлда!... Тирә-яҡта – икһеҙ-сикһеҙ йыһан.. Әйтерһең лә, Ҡояш, Ай-йондоҙҙар, Ер Шары ла – бары минең ҡулда!... Бушлыҡ-йыһан!... Тот һин минең ҡулдан, Саҡыр мине!,..Мин шул яҡҡа осам!... Кыр ҡаҙҙары китте ошо юлдан, Күҙҙәреңә ниңә йәштәр тулған?.. Минең һөйөү – йондоҙҙарҙа йөрөү, Дингеҙҙәрҙә йөҙөү ни бары!.... Ҡош Юлынан осоу, ҡанатланыу... Айҡап сығыу бөтә Ер-Шарын!...
nuriyafatk

"ЙӘДКӘР"

БӘХЕТ Бик күптән бит көтәм, юлдар үтәм... Баҡсаларҙан тере гөлдәр өҙәм, Күҙем – ҡыр ҡаҙҙары юлдарында, Күлдәреңдә тик бер үҙем йөҙәм... Һаман юҡһың...Минең һүҙем бөткән... Һине эҙләп күпме көндәр үткән?.. Күңел – көткән... Күҙ йәштәре түккән, Һин минеке буғай инде күптән.... Һиңә арнап күпме ғүмер үткән... Тормошо ла ҡанундарға күскән... Һине күреп мин бәхетле икән.... Тимәк һин дә - бик бәхетле, иркәм!...
nuriyafatk

"ЙӘДКӘР"

ҠОШ ЮЛЫ Осып үттем Ҡош юлынан... Юлдар оҙон, ҡурыҡмам. Ҡанаттарым ҡаға торғас Ожмахтарға юлыҡҡан. Болоттар ҙа бер аҙ түбән, Иларғамы тулышҡан?.. Ҡояшым да яҡынлашып Ҡыҙҙырырға онотҡан... Киләм әле!...Бәхете ҡайҙа!.. Кәрәгенән тулышҡан?.... Онотолор мәлдәр эҙләп, Һинең ҡайнар һулыштан!.. Добавить вложение
Показать ещё