Еңеү парадының генераль репетицияһы үтте 7 майҙа Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығы уңайынан хәрби хеҙмәткәрҙәр парадының һуңғы генераль репетицияһы үтте.
Өфө сәскәләргә күмелә Өфөлә сәскә ултыртыу эштәре башланды. Еңеү көнөн байрам итер алдынан Еңеү паркында, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы, Еңеүҙең 50 йыллығы һәм Мостай Кәрим скверҙарында, ҡала хакимиәте бинаһы янындағы трибуна алдында һәм тантана саралары үтәсәк башҡа майҙансыҡтарҙа был эш айырыуса гөрләп бара.
Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығында 2025 йылға “Агротуризм” грантына документтар ҡабул ителә Эшҡыуарҙар өсөн: ғаризаларҙы Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығында 24 майға тиклем тапшырырға мөмкин. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Өфөнән 98 йәшлек ветеран Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнаша Өфөнән 98 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Родион Григорьевич Лобанов Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда Еңеү парадында ҡатнаша. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов хәбәр итё.
“Агростартап” грантына конкурста ҡатнашырға ашығығыҙ Ғаризалар 9 майға тиклем ҡабул ителә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн – бушлай такси Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, концлагерҙарҙың элекке бәлиғ булмаған тотҡондары, шулай уҡ “Блокадалағы Ленинградта йәшәүсе” билдәһе менән бүләкләнгәндәр айына дүрт тапҡыр таксиҙа бушлай йөрөй ала.
Өфөлә «Китап-байрам»да Баязит Бикбай иҫтәлегенә саралар ойошторола «Китап-байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә илебеҙ әҙәбиәтенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән яҙыусыларға һәм шағирҙарға арналған саралар айырым урын биләй. 
  • Класс
Иртәгә иҫкә алыу церемонияһы үтә Башҡортостанда 8 май иртәһе бер минут тынлыҡ менән башлана.
Республика Дәүләт Йыйылышында Еңеү байрағын ҡулланыу тәртибенә асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостанда илебеҙҙең Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү символын ҡулланыуҙы регламентлаған закондар ғәмәлдә.
Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырыла Өфөлә Еңеү көнөнә ҡарата Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға бүләктәр бирелә. Был хаҡта хөкүмәт кәңәшмәһендә ҡала башлығы Ратмир Мәүлиев әйтте. Мэр билдәләүенсә, бындай йыйылма 58 кешегә тапшырыла.
Показать ещё