2021: диван, себен, Венер. Повесть. Айбулат СӘСӘНБАЕВ (2)
Эштәгеләрҙең хәйләләрен сисергә, улар таратҡан ғәйбәтте урап үтергә, үҙең теләмәҫтән кемдеңдер дошманы булырға, бөтмәҫ етәкселектең эшен үтәргә ялҡҡан Венер, ниһайәт, ғариза яҙырға булды. Ҡайҙа китерен белмәһә лә, фатир һатыуҙан килгән аҡса берәй йыл ҡайғыһыҙ йәшәргә мөмкинлек бирер.
Торлаҡ ҡына оҙаҡ һатылды. Был ваҡыт тормошта үҙгәрештәр кәрәкме, юҡмы икәнлеген сәйнәргә, төшәсәк аҡсаны нисек арттырырға план ҡорорға сара бирҙе.
Күңелгә ятмаған эш башҡа мөнәсәбәткә ҡамасау итмәйәсәген генә Гөлфираға еткереп булманы. Ул ярты йыл түҙгәндән һуң киләсәге өсөн борсолоп, яуаплыраҡ, психологик яҡтан олораҡ кеше кәрәклеген аңлап офоҡта юғал
Стәрле ҡалаһы. Ҡыҙыл Пролетарий заводы эргәһендә төҙөлөш бара ,ике 9 ҡатлы йорт. Береһе тамамланыу алдында икенсеһенә саҡ нигеҙ һалына башлаған.
Төшкө аш ваҡытында ниндәйҙер комиссия яңы һалына башлаған йорттоң нигеҙе янында әңгәмә ҡора, ҡыҙып ҡыҙып китәләр. Быларҙың бәхәсләшеүе иң ҡыҙыу нөктәһенә еткәндә эргәләге йорттоң туғыҙынсы ҡатындағы балкондан ниндәйҙер осоусы есем пәйҙә була, һәм тегеләй былай вираждар яһап был комиссияға табан оса. Хәҙерге ваҡытта дрон йә беспилотник тиерҙәр ине, ә был үткән быуаттың 90 йылдар аҙағы , дрондар түгел, сотовый телефон саҡ сыға башлаған саҡ! Был билдәһеҙ обьект бәхеткә ҡаршы, комиссияға барып етмәйенсә, эргәләге котлованга сума... Комиссия күрмәй ҙә бы
2021: диван, себен, Венер. Повесть. Айбулат СӘСӘНБАЕВ (1)
Ҡоро йылдың сираттағы эҫе көн биҙәге булып бүлмәлә себен оса. Секундына 352 тапҡыр ҡанат менән ҡағып өлгөргән бөжәк мажор тоналлегендә фа нотаһын һуҙа.
Ошо 352 килогерц Венерҙың ҡолағына үтеп инеп, былай ҙа аҙаҡҡы көскә тоташып торған нервыларын өҙөп бөтөрөрҙәй: ҡыйыҡ осор, күҙҙәр ҡыҙылға буялыр, егет бөкләнгән гәзитте тотоп себенгә түгел, ауылдаштарына һөжүм итә башлар.
Бер нотанан ғына торған һәм хитҡа әйләнгән көйҙәр бар, сер түгел. Тик был көйҙәрҙә нота гел бер иш яңғырамай, ә ярты тонға күсеп, йә тотошлай аккорд менән тулыланып, яңғырау ваҡытын үҙгәртеп төрлөлөк тыуҙыра. Себен иһә ҡанатын шымыраҡ ҡағырға, йә, исмаһам, фа бемоль
Хафиз ҡайыш ҡамсыһын шыйылдатып өҫкә күтәргәйне генә, ауыр имән ишек асылып китте. Өйҙәгеләр барыһы бер юлы шымып, инеүсегә боролдо. Унда тупһа аша атлап өлгөргән дә, ингәс кенә хәлде аңғарып ҡалып, ни сәләм бирергә, ни боролоп сығып китергә белмәгән ҡарашта дәрүиш ҡарт тора ине.
Әле генә йортто осороп алып барған ҡатындарҙың йөҙөндә башта юғалып ҡалыу, унан оялыу, хатта ояттарынан ер тишегенә инеп китергә теләү ғәләмәте сағылды. Икәүһе шулай итте лә: шаршау артына йәшенеп өлгөрҙө. Олораҡ ҡатын ярһыуҙан ҡыҙарып киткән йөҙөн яулыҡ осо менән ҡаплай биреп, ынтылып, иренең һаман үрҙә торған ҡулына төрттө. Ире ҡамсыһын урындыҡ аҫтына бырғатып өлгөрҙө.
– Әссәләмәғәлә-әйкүм бы-ыл йортҡа-а! – тип,
- Оҙаҡлама, яраймы, балам. Йыраҡҡа китмә! Һин уйнап ҡайтыуға тәмле ҡоймаҡ бешерермен!
- Ярай, өләсәй! Оҙаҡламам! Мин баҡсаның теге осона барам, унда минең таштарым ҡалған...
Ғәзизә ашыҡты. Үҙенең теләгән еренә тиҙерәк барып етергә ашҡынды ул. “Китеп кенә өлгөрмәһә ярар ине...”
Тулыһынса: https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2023-08-11/ziz-ki-t-s-li-ataullina-3383544
Бер кис ишек шаҡынылар, ниндәйҙер ир ишараты баҫып тора ине.
– Нимә кәрәк? – тине Әсләм.
-Һин, Әсләмме? Ҡатыныңды барып ал, шул-шул ҡалала, хәле ауыр, – тине лә боролоп китеп тә барҙы теге ир.
Шаңҡып ҡалды Әсләм: “Нимә эшләргә?” Шулай ҙа балаһының әсәһен йәлләне, алып килде. Бер тере “мәйет”кә әйләнгәйне ҡатын. Тәрбиәләп, йыуындырып кеше рәүешенә индерҙе. “Күп михнәт күргән, аңлар, тағы ла матур тормош башланыр!” – тип йыуатты үҙен ир. Тик... Бер ни тиклем хәл кергән ҡатын тағы ла элекке әшнәләре менән аралаша башланы. Йәшел йылан тағы баш ҡалҡытты.
Бер көн Әсләм эштән ҡайтып инеүгә, өй эсе асарбаҡтар менән тулған ине. Ир инеп ҡысҡырып ебәреүгә, төпкө бүлмәлә ултырған ҡыҙы сығып, атаһына
ПРОГРАММИСТ КӘЛӘШЕ КӨНДӘЛЕГЕНӘН
Беләһегеҙме ни өсөн мин уның компьютер мәхшәрҙәрен ғәфү иттем? Сөнки ул бер ҙә сексуаль маньякка оҡшамағайны. Хатта киреһенсә. Быға тиклем кем менән осрашһам да тел төбөнән түшәк бүлешеү уйы һиҙелә ине. Ә был... Минең фатирҙа булды - ниндәйҙер линукс, пингвиндар хаҡында ғына һөйләне. Мин тәки уның биологмы, әллә башҡа һөнәр эйәһеме икәнен аңлай алманым. Үҙен "сисадмин" тип таныштырғас, ҡолап китә яҙҙым.
Уның йортона ҡунаҡҡа барғанда ла миңә ҡағылыу түгел яҡын да килмәне. Миндә хатта ҡыҙыҡһыныу уянды. Ҡана бының күңелен уятайым әле, тим. Юҡһа үҙемде ышанысһыҙ тоя башланым.
Әммә Айҙар бер нисә көнгә юғалды, хатта шылтыратып ғәфү ҙә үтенмәне. “Барыһы ла бөттө...”
Әҫәр нисек яҙылды? Ошо һорауға ҡасандыр башҡорт әҙәбиәтенең аҡһаҡалы Ноғман Мусин яуап биргәйне. Бик ҡыҙыҡлы, хәтирәләргә, мажаралы хәлдәргә бай булды уның менән әңгәмә.
...“Һайлап алған яҙмыш” донъя күргәс, Ноғман ағай ҡыҙыҡлы хәлдәргә лә тарый. Яҙыусылар союзында эшләп ултырған сағында уға Учалы районынан бер ҡатын килә. Үҙен китапханасы тип таныштыра. Уны ауылындағы бер ҡарт ебәргән икән. Романды уҡып сыҡҡан да: “Нимә минең менән һөйләшмәйенсә, минең турала яҙып ята?” – тип асыулана, ти. Баҡһаң, был бабай ҙа заманында I Бөтә донъя һуғышынан немец ҡыҙын алып ҡайтҡан булған. Тик бергә йәшәмәгәндәр – ауыл халҡымы, туғандарымы “мәрйә”не ҡабул итмәгән.
Тулыһынса: https://agideljurn.ru/artic
Мысыр хәйерсеһе. Хикәйә. Зилә ПСӘНЧИНА
Минең исемем Йәмилә. Йөҙө лә, күңеле лә йәмле булһын тип, өләсәйем ҡуштырған. Рәхмәт инде мәрхүмәгә, исемемде уның һәҙиәһе, иҫтәлеге итеп, унан ҡалған изге ҡомартҡы итеп йөрөтәм.
Минең исемем Йәмилә. Йөҙө лә, күңеле лә йәмле булһын тип, өләсәйем ҡуштырған. Рәхмәт инде мәрхүмәгә, исемемде уның һәҙиәһе, иҫтәлеге итеп, унан ҡалған изге ҡомартҡы итеп йөрөтәм. Ул исемде, уның мәғәнәһен үҙем яратһам да, ишеткән һайын, күңел төбөндә ниндәйҙер ҡорт ҡыбырлап ҡуйған кеүек: бик үк йәмле түгелмен шул…
Аллаһы тәғәлә матурлыҡ өләшкәндә мин, бахыр, йоҡлап ҡалғанмын, күрәһең. Гүзәл, Һылыу, Сибәр исемдәрен йөрөткән йәмһеҙ ҡыҙҙар ни кисерәлер, ә мин оялам, хатта, һеҙг
Показать ещё