Ишетегеҙ беҙҙе , бабалар!
Башҡорт телен ҡырҡып алалар,,,
Бирегеҙсе беҙгә бер кәңәш,
Ярҙам һорай һеҙҙән балалар..
Яуап килде Рәми ағайҙан,
Ағам яҙған шиғри юлдарҙан...
Бер ҡыл
Бер көн килеп боронғо бер дуҫым
Бөрөп алды шулай алҡымдан:
- Паганини ҙә бит түгелһең, - ти, -
Уйнайһың, - ти, - әммә бер ҡылда.
Ил дә тел тип ҡаңғырғансы,
Ҡалдырсы шул иҫке бер ҡылды, -
Тигәс дуҫым, бер дошманым артты,
Ә күңелдә бер ҡыл тартылды!
Иҫке бер ҡыл!...Изге бер ҡыл йәнгә!..
Ул тартылған сәсән халҡымдан.
Бер көн килеп ул ҡыл өҙөлгәндә,
Ни мәғәнә миңә йөҙ ҡылдан?
Мин үрмәксе түгел үҙ илемдә
Мөйөш һайын бер ҡыл һуҙырға,
Ҡарһаланып, ҡомһоҙ йәне менән
Табышының ҡанын һығырға.
Йәйғор һымаҡ ҡалҡып күңелемдә
Мең йыл аша килгән бер ҡылым,
Ул ҡыл үтеп ингән йөрәгемә,
Яуҙар, мең ғазаптар арҡылы.
Пушкин, Тарас, Туҡай, Бабичҡа ла
Изге булған иҫке бер ҡылы.
Әҙернәнән яңы уҡ атырға
Әҙер торған кереш тартылып.
Күктә ҡояш - тик бер иҫке юлдаш
Тик йылыта мәңге ул беҙҙе.
Һандуғас та ерҙә иҫке бер йыр йырлай -
Ялҡытҡаны һис тә юҡ әле!
Бер тыуа ла кеше тик бер үлә,
Тәүге һөйөүе лә бер генә,
Бер генә тик иҫке туған телем,
Бер генә тик иҫке ергенәм.
Мәңге яңы ҡартлас был донъяла
Бер йөрәгем типкән сағымда
Ике йөҙлө, ике һүҙле булмам,
Мин торормон бер ҡыл һағында.
Туҡһан туғыҙ ҡылың менән, дуҫҡай,
Тик үҙеңдә ҡалһын аҡылың.
Туҡһан туғыҙ ялған ҡыл булғансы,
Булһын әйҙә ысын бер ҡылың!
Рәми Ғарипов
*Өҙөлмәһен ҡылың! Көрәш, башҡорт!*
Тине миңә Рәми ағайым...
Ағам әйткәндәрҙе еткерергә
Йән - фарманға һеҙгә сабайым..
Фәүзиә Ҡотлогилдина - АЛТЫНБИКӘ
2.09.2017
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев