Архангель районы Аҙау ауылы ҡыҙы.Сәриә Камалетдинова-Мөлөкова.
Аҫыл сәскә ,бәлким,булмаһаң да,
Беҙҙең өсөн һин бит ҡәҙерле.
Был тормоштын матур гөлөн табып
Тотторғанға,беҙ ныҡ рәхмәтле!
Баш эйгебеҙ килә һиңә,апай,
Сәстәребеҙ ап-аҡ булһа ла.
Күҙ тултырып һиңә ҡарап торҙоҡ
Сабыйлыҡта, үҫмер саҡтарҙа.
Маңлайҙарға һырҙар ятһалар ҙа,
Айырһаҡ та аҡты-ҡараны,
Борсолорға һәр-саҡ күнеккәнһең ,
Күңелкәйең һәр саҡ талпына.
Иң беренсе ҡыҙ булғанға
Ярҙамсы ла,иркә булғанһың,
Әммә, ләкин,шуға ҡарамаҫтан
Донъя йөгөн алып барғанһың!
Бөтәһен дә беҙҙең инәй кеүек
Йөрәккәйең аша үткәрҙең.
Үҙең ауырлыҡтар кисергәндә
Беҙҙең өсөн хаҡта һин торҙоң.
Баш осонда булған Ай-Ҡояштың
Нурҡайҙары һиңә һибелһен.
Һин эшләгән бөтә изгелекте
Йыһан һиңә кире ҡайтарһын!
Күңелдәрең шулай паклы булһын,
Бәхет һине ситләп үтмәһен.
Олоғайған көндәреңдә
Тән сихәте һинән китмәһен!
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев