Предыдущая публикация
Яҙмышты булмай бит алдарға
Һинһеҙ ҙә бик ауыр йәшәргә
Хыянат елдәре инде бит араға .
Аҡларлыҡ һүҙе лә табылмай
Хыянат ҡара бит, аҡланмай.
Һүнмәй ҙә мөхәббәт хистәре.
Ник кенә йәшәйем һуң янмай?
Уҙмайҙар бик оҙон төндәре,
Ҡояшһыҙ аталар таңдар ҙа.
Һөйөлмәй ғүмерҙәр уҙғанда,
Ник кәкүк саҡыра талдарҙа?
А.Раис. 13.11.22.йыл.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 58