Имәндәшем! Имән-ташым минең!
Башҡортостанымдың бай өлөшө!
Имәндәшем! Имән - ташым минең!
Саф башҡортомдың һин көмөшө!
Өс быуатҡа яҡын итәгендә
Олотауым һине тирбәтә.
Йәш егеттәр кеүек имәндәр
Ырғыҙымдан һине күҙәтә.
Имәндәшем! Имән - ташым минең!
Ата-әсәмдең изге төйәге.
Һиндә типкән арыу-талыу белмәй
Ата-бабаларым йөрәге.
Имәндәшем! Һинең изге ерҙә
Тамыр йәйгән нәҫел ағасым.
Ҡоластарын йәйеп барыбыҙҙы
Һыйҙырған бит һинең ҡосағың...
Күкрәгеңде йыртып ағып сыға
Йомшаҡ һыулы Туҡмаҡ шишмәһе.
Сылтыр-сылтыр оҙон көйөн һуҙа
Дәрт биреүсе илһам шишмәһе!
Йомабикәң матур үҙәнендә
Йылтырап ята ҡояш нурында.
Һомғол ҡайын,ғорур имәндәр,
Ҡырлы ҡурай тирә яғында.
Йәмиләкәй тауың иртә яҙҙан
Матур кейемдәрен кейенә.
Әйтерһеңдә,бейей һылыу ҡыҙҙар
“Ете ҡыҙҙың” матур көйөнә...
Имәндәшем! Һинең матурлыҡты
Тик йырҙарҙа ғына йырларлыҡ!
Имәндәшем! Һинең һауаны
Тындар алмай ғына һуларлыҡ!
Һинең шундай гүзәл һылыулыҡ
Быуын-быуындарға таралһын!
Һиндә булған тәбиғи муллыҡ
Мәңгелеккә шулай һаҡланһын!
Розалия Ваһапова, Имәндәш ауылы.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев