ҺУҒЫШ...Был ҡәһәрле һүҙ балҡыр Ҡояшты күләгәләп,Айлы төндө сыусытып ,атыр тыныс таңдарыбыҙҙы шомландырып тағын Әсәләребеҙҙе ғәзиз улдарынан яҙҙырып,йәш кенә ҡатындарҙы тол итеп,балаларҙы йәтимлек хәсрәтенә һалып тағын тыныс тормошобоҙға килеп инде... Ҡасан туҡтар.ТУҠТАТЫҒЫҘ!!!
УРЛАНҒАН ЙӘШЛЕК
Күбәләктәр кеүек оса- ҡуна
Йәп-йәш ҡыҙҙар үҫеп еткәндәр.
Киске уйындарҙа йөрәктәре елкеп
Тәүге мөхәббәтен көткәндәр.
Утырмаға йөрөп көйҙәр көйләп,
Бер - береһенә серен сискәндәр.
Күҙ нурҙарын түгеп, ынйы- мәрйен теҙеп
Янсыҡ , ҡулъяулыҡтар сиккәндәр.
Пар күгәрсен биҙәй ҡулъяулыҡты,
Пар балдаҡтар биләй күңелде.
Һөйгән йәрле булып ғүмер итеү
Ҡыҙ хыялы ошо түгелме!
Һуғыш өҙгән улар хыялдарын.
Йәш ҡыҙҙар тип аяп тормаған.
Урман ҡырҡып һал ағыҙған улар.
Торф ҡаҙып , күмер аҡтарған.
Бирешмәгән ҡыҙҙар аслыҡ , яланғаслыҡ
Електәргә ҡәҙәр үтһәлә
Зәһәр йылдар йәшлектәрен урлап,
Һыуға һалып ,утта өтһәлә.
Күптәренең тәүге мөхәббәте
Хыял көйө ҡалған йөрәктә.
Әйтелмәгән һөйөү утлы ҡуҙҙай
Әрнетептә өтә үҙәкте.
Һандыҡ төптәрендә ҡулъяулыҡтар
Хаттар менән бергә һарғая...
Айһыҙ төндәрҙәндә ҡараңғыраҡ
Йәшлек ята ҡара ҡайғыла...
Пар балдаҡлы машиналар уҙа.
Пар күгәрсен оса һауала.
Аҡ яулыҡлы әбей йәш парҙарға
Күҙ йәштәре аша ҡыуана.
Р . Ибрагимова.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев