Предыдущая публикация
Сал башымды эйеп теҙләнәм,
Татлы йоҡоларым өсөн һеҙҙең алда,
Бурысымды мәңге бирәлмам.
Ғәфү итегеҙсе, уландарым,
Мин йылмаям... Ә Һеҙ, ә һеҙ...
Һалҡын окоптарҙа...Өҫтән ҡурғаш яуа...
Хәлдәрегеҙ нисек, бер ялһыҙ...?
Ғәфү итегеҙсе,батырҙарым, рәхәтләнеп ултырып,
Сәйҙәр эсеп, тамаҡ туйҙырам,
Нейҙәр генә ашап, ҡайҙа йоҡлап...
Йөрөйһегеҙ икән... эй, Аллам...
Ғәфү итегеҙсе, балаҡайҙар, тыныс тормош...
Бирә алманыҡ, һеҙгә...Эй, Аллам...
Әлфирә Кейекбаева, 28 ноябрь, 2022 йыл.

Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев