Предыдущая публикация
"Кейек ҡаҙ юлдары"н йырлап махсус хәрби операцияға киткән яҡташыбыҙ Артур Хәсәнов ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан.
Йырсы ялда саҡта ла ваҡытын бушҡа үткәрмәй - байрам алды корпоративтарында сығыш яһай. Был хаҡта уның дуҫы, популяр алып барыусы Рөстәм Хәсәнов хәбәр итә.
"Барығыҙҙы ла Яңы йыл менән! Саҡмағоштағы "Какаду" кафеһындағы банкетта махсус ҡунаҡ булып Артур Хәсәнов та йырланы. Ул бер аҙға ялға ҡайтты. Уны күргегеҙ килһә, яҙығыҙ, шылтыратығыҙ. Ул 8 ғинуарға тиклем Башҡортостанда буласаҡ", - тигән.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев