Шулай уҡ был гонаһтан тәүбә итеп бер аҙ ваҡыттан һуң яңынан шул уҡ гонаһтарҙы эшләүсегә лә ҡағыла. Ундайҙар тураһында Мөхәммәд ﷺ бер хәҙисендә шулай тип әйткән:
«Ҡайһы бер ураҙа тотоусыға ураҙаһынан бары тик ас тороуы ғына ҡала, ә ҡайһы бер төндә намаҙ уҡыусыға төнгө намаҙынан бары тик йоҡламайынса төн уҙҙырыуы ғына ҡала» (Сахихүл-Джәмиғ, № 3488).
Ғалимдар әйтеүенсә, хәдиҫтәге «ас тороуҙан башҡа нәмәгә ирешмәүсе» хәрәм ризыҡ ашаусы һәм ғәйбәт һөйләүсене аңлата.
Әл-Байдаүи әйтә: «Ураҙа тоторға әмер ителеүҙең төп маҡсаты ашамай, эсмәй тороуҙан ғибәрәт түгел. Уны тотоуҙа төп маҡсат — шәһүәт теләген һындырыу, гонаһҡа этәреүсе йәнде Аллаһҡа буйһондороу. Әгәр был тормошҡа ашмаһа, Аллаһ Тәғәлә кешенең ураҙаһын ҡабул итмәйәсәк».
Мөхәммәд ﷺ әйтте:«Ураҙа ул ашау-эсеүҙән генә тыйылып тороу түгел. Ысынында, ураҙа — ул буш һүҙҙән һәм гонаһлы ғәмәлдәрҙән тыйылыу...» (Сахихүл-Джәмиғ, № 1082).
Яхъя ибн Мөғәз әйтә: «Кем дә кем ураҙала теле менән Аллаһтан ғәфү итеүҙе һораһа, ләкин Рамаҙан айы бөткәс йөрәге менән шул гонаһты теләһә һәм ураҙанан һуң уны ҡыла башлаһа, ул кешенең йөрәге гонаһ менән бәйләнгән, ураҙаһы кире ҡағылған һәм ҡабул булыу ишеге уның өсөн ябылған була».
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев