Александр Иванович ЕРМИЛОВТАРҒА
Ҡәҙерлеләребеҙҙе - һеңлебеҙ, апайыбыҙ Әлфира Һабил ҡыҙын күркәм юбилейы, ә Александр Ивановичты етеп килгән тыуған көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ. Күңелдәребеҙҙәге бар йылылыҡты, изге теләктәрҙе юллайбыҙ. Һеҙгә булған рәхмәттәребеҙ икһеҙ-сикһеҙ. Һеҙҙең һымаҡ сабыр, миһырбанлы, саф күңелле кешеләр һирәктер. Һеҙ беҙҙең таяныс та, ышаныс та. Аяҙ көндәр, иҫәнлек, йән тыныслығы теләйбеҙ, киләсәк көндәрегеҙ тик шатлыҡта ғына үтһен.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһығыҙ бары яҡшыға.
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп
Һәр саҡ торһон һеҙҙең ҡаршыла.
Һеҙгә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ-ҡыуаныстар, аҡ бәхеттәр
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә.
Иң изге теләктәр менән Әнфисә - Раян Шаммасовтар, Борис-Эльмира-Мария-Юлиә Бахурь.
Стәрлебаш-Өфө.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 2