Предыдущая публикация
Тип әйтҽлмәй бит юҡҡа,
Ҙур мәғәнә был һыйҙыра
Ауылдағы халыҡҡа.
Бҽр сҽр була ҡатында:
Һин тотонһаң бҽр эшкә,
Әгәр йөрөһә яҡында,
Эш артып китә бишкә!
Соҡор ҡаҙам, тиҽп сыҡтым,
Ҡойма ҡороуҙа уйым,
Икҽ ҡулға бҽр эш, мыҡты
Эшләрмҽн, көндөң буйы...
Ҡатын килҽп сыҡты бына:
"Әйҙә, -ти, -түтәлдҽ ҡаҙ!
Көс кҽрҽр, ти, орлоғона,
Ер дымлы саҡта бҽр аҙ.
Яҡшы булыр өлгөргәндә,
Йәһәтҽрәк, ти, ҡылан!
Ана, кҽмдҽр һөрҙөргән дә,
Картуф ултыртып ҡуйған..."
Аяҡтарым түтәл ҡаҙа,
Соҡор соҡой ҡулым да,
Ә күңҽлҽм шиғыр яҙа,
Илһамланып ялымда.
Хҽҙмәт бит ул- йән дарыуы,
Эш булһа, мин ҡыуанам,
Торғанда көн арыуы,
Эш күрһәтҽп ҡыланам...
Нур Ислам 29.04.24 й.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 1