Предыдущая публикация
Ағайҙарҙы кем һуң яратмаһын!
Ағайҙар бит улар - яҡлаусы!
Ағай барҙа күҙен һала алмай
Һиңә ғашиҡ булған ят аусы.
Ағайҙарға кем һуң иркәләнмәҫ!
Һылыуына таба ул һүҙен.
Ер сигенә улар килеп етә!
Бүләк итә күктең көмбәҙен!
Ағайҙарға кем һуң арҡаланмаҫ,
Ағайым бар тигән бер уйҙан -
Арҡаларың һинең төҙәйә лә,
Тар тойола хатта ҙур майҙан!
Ағайҙарға ихтирам да башҡа,
Һынап баға уның күҙҙәре.
Ғәмәлдәре уның тик ағайса,
Йөрәгендә ғәзиз һүҙҙәре.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев