Үҙҙәре кеүек студенттар байтаҡ. Егете менән һөйләшеп, күрешеп танһығы ла ҡанмағайны Мәүсиләнең. Шул ваҡыт “Аҡ бейеү” иғлан иттеләр һәм класташы Гөлзифа Әмир алдына килеп тә баҫты. Уларҙың йылмайып һөйләшә-һөйләшә бейегәндәрен күреп, йөрәге ҡыҫылды Мәүсиләнең. Шул тиклем егетен ҡыҙғанды, хатта бейеп бөткәндәрен дә көтмәй клубтан сығып йүгерҙе. “Минең эргәмә башҡа килмә. Мин күрмәгәндә Гөлзифа менән осрашаһығыҙҙыр әле. Юҡҡа бейергә саҡырмағандыр. Миңә уртаҡ егет кәрәкмәй” тип ҡабалана-ҡабалана телефон аша хәбәр ебәрҙе. Әмирҙең ҡат-ҡат шылтыратыуына ла яуап бирмәне.
Ошо көнләшеүе арҡаһында нисә тапҡыр һүҙгә килештеләр бит инде. Һуңғыһында Әмире: “Мәүсилә, миңә һинән башҡа бер кем дә кәрәкмәй, юҡҡа бер-беребеҙҙең йөрәген яндырмайыҡ”, – тигәйне. Ҡыҙҙың сабырлығы оҙаҡҡа етмәне.
Ана шул уйламаған ҡылығы арҡаһында юғалтты Әмирен Мәүсилә. Ялға ғына ҡайтҡан ҡыҙ икенсе көнгә Өфөгә, егет Стәрлетамаҡҡа китеп барҙы. Тәкәбберлек, ғорурлыҡ тигән күренеш көслө булып сыҡты. Үҙ-ара аралашыу юҡтан ғына өҙөлдө лә ҡуйҙы, ләкин йөрәктәренән генә бер-береһен алып ташлай алманылар...
Юғары уҡыу йортон тамамлағас, әхирәттәре бер-бер артлы кейәүгә сыға башланы. Мәүсиләнең дә ҡарт ҡыҙ булып ултырып ҡалғыһы килмәне, курстағы иң аҡыллы егет Азатҡа тормошҡа сыҡты, ләкин ире ни тиклем генә һәйбәт булмаһын, Мәүсиләнең йөрәген яулай алманы. Хатта бер-бер артлы тыуған алма кеүек балалары – Мәрйәм менән Данил да уларҙың араһын яҡынайтманы. Бер-береһенә ҡарата булған һүрән генә йылылыҡ та ваҡыт үтеү менән һүрелде.
Өйҙәш һымаҡ бер фатирҙа йәшәү ныҡ оҙаҡҡа һуҙылманы. Кесе улдары Данил мәктәпте уҡып бөтөүгә, ире икенсе бер ҡатынға сығып китте.
Тулыһынса: https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2024-02-16/artay-as-tabyl-an-y-3646550
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев