Предыдущая публикация
Бәхет ул майҙа тыуыу,
Баҡсаларҙа көрәк тотоп,
Йөрөй, гүйә, Яҙһылыу!
Һандуғастар һеҙгә һайрай,
Иҫләп йәшлек йырҙарын,
Өй алдынан йырлап уҙа
Ауылдың һыйырҙары.
Ғүмер һанай торғас һеҙгә
Кәкүк ҡарлығып бөткән,
Өҫтәлдәге сеүәтәгә
Күкәйен һалып киткән!
Йырлашалар, бейешәләр,
Тәлмәрйендәр батҡаҡта.
Бүләк булам, тиеп төшкән,
Май ҡуңыҙы ҡаймаҡҡа.
Сыйырсыҡ һеҙгә һыҙғыра,
Суҡышында селәүсен.
Үрмәксе күҙгә ау һуҙа-
Бәхет-шатлыҡ теләүсе!
Майҙа маңлайҙар һырланмай,
Майҙа сәстәр ағармай,
Май сәскәләре һулымай,
Майҙыҡылар ҡартаймай!
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 10