Кереш һүҙ.
(Ижадым да үҙем кеүек,
Төрлө сифатҡа эйә.
Ҡай ваҡытта -трагедия,
А ҡай саҡ -комедия)
Кәртәләнеп ҡалған күңелемдең,
Тәртәләре сыҡты һурылып.
Ташҡын шишмә булып саф йырҙарым,
Йөрагемдән сыҡты урғылып.
...
Нәмә өсөн килдем был донъяға?
Беҙҙең ғүмер мәңге түгелсе....
Һеҙ нисектер, мин фани донъяла,
Сәйәхәтсе генә, тик Илсе.
......
Юлдарымда кесе-ололарға,
Һөйөү буләк иттем-шул ғына.
Аҡса -байлығым юҡ, шиғырҙарым,
Күкрәгемә һыймай урғыла.
......
Донъ,я малын ҡыуып мөхәббәтте,
Ситләтергә һис тә ярамай.
Һөйөү юҡҡа сыға, һүрелә,
Аҡса -байлыҡ керһә араға.
......
Ағым һыуғә таянма тейһәләр ҙә,
Таяндым шул, тәрән микән тип ҡараным.
Аҡыл эҙләп аҡылһыҙға тик тарыным,
Аллаҡайым был донъянан ныҡ арыным!
.....
Үкенәһем юҡ һис был донъяла,
Йырлап йырым әле бөтмәган.
Алда мине шатлыҡтарым көтә,
Ғүмер юлым әле үтмәгән!
Роза Нуретдинова 16 апрель 24 йыл.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 5