Бала саҡтан дуҫтар булып,
Бергә уйнап үҫтегеҙ.
Ҡышын саңғы,йәйен футбол,
Эйәрһеҙ атта саптығыҙ.
Үҫмер саҡтан икегеҙҙә,
Эшкә тырыш булдығыҙ.
Ауыр ауыл тормошона,
Һеҙ сынығып үҫтегеҙ.
Ваҡыт еткәс, ун һигеҙҙә,
Хәрби сафҡа киттегеҙ.
Берегеҙ Герман берегеҙ
Чехияла,
Хеҙмәт юлын үттегеҙ.
Баҫҡан ерҙә ут сәсерәтеп,
Йәшнәне йәшлегегеҙ.
Типһәң тимер өҙөрҙәй,
Ир егеттәр инегеҙ.
Ҡая бөркөттәре кеүек!
Рухи көслө булдығыҙ!
Үҙ еренә тоғро ҡалған!
Ысын Башҡорт инегеҙ!!!
Икегеҙгә ике яҙмыш,
Күркәм ғайлә ҡорҙоғоҙ,
Тауҙай матур йорттар
төҙөп,
Балалар үҫтерҙегеҙ.
Дөрөҫлөтә,ғәҙеллектә,
Ине һеҙҙең девизығыҙ.
Яҡындарҙы яҡын итеп,
Ҡәҙер хөрмәт күрһәттегеҙ.
Мөлдөрәмә бәхет менән,
Матур тормош көттөгөҙ.
Ғүмер көҙҙәренә тиклем,
Яҡын дуҫтар булдығыҙ.
Тик шуныһы ҡыҙғаныс,
Ҡыҫҡа булды ғүмер юлығыҙ.
Берегеҙ 60, берегеҙ 69 ҙа,
Яҡты доняънан һеҙ киттегеҙ.
Малай саҡтан бер урамда,
Бергә уйнап үҫтегеҙ,
Күк илендә,һеҙҙең бәлки.......
Уйнайҙыр йәндәрегеҙ.
Бер туған ағайым Тәлғәт Рифҡат улына,уның яҡын дуҫы
Сабиръян Мортаҙа улына бағышланым.Ҡараңғы гүрҙәре
нурлы,йәндре йәннәт түренә,рухтары шат булһын.
Ошо бәйетем уларға доға булып барһын.🙏 🙏 🙏 🙏
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 17