Сибәр саҡтар, ғорур, шәп саҡтар.
Был тормоштоң үҙен ус төбөндә
Зырлап өйөрөлткән ваҡыттар!
Йөрәктәге ялҡын - янғын ине,
Йөҙҙәге нур - яҡты ҡояштан.
Янар усаҡ хатта һүнер ине,
Көнләшер ҙә беҙҙең балҡыштан.
Ғәрләнерҙәр ине һандуғастар,
Беҙ йырлаһаҡ ҡырҙар яңғратып.
Гармун төймәләре ырғыр ине
Беҙ бейеһәк иҙән сатнатып.
Егеттәрҙе бармаҡ остарында
Бейетерлек саҡтар бар ине.
Мөлдөрәшеп баҡҡан ҡараштарҙы
Күрмәҫкә лә хаҡтар бар ине.
Шулар араһынан тик берәүҙе
Һиҙҙермәйсә беҙ ҙә яраттыҡ...
Ялындырған, табындырған булып,
Йән һөйгәнде беҙ ҙә ҡараттыҡ.
Затлы хушбуй. Бөхтә, ҡупшы кейем.
Тыҡ-тыҡ баҫҡан текә аҙымдар...
Үҙ ҡулыңда - йәнең теләгәне:
Сыҡһаң юлың, ятһаң яйың бар.
Эх, бар ине беҙҙең матур саҡтар!
Йән ҡушҡанды иркен эшләнек...
Тик шул саҡта ошо балаларһыҙ
Нисек икән, нисек йәшәнек!?
Матурыраҡ хәҙер ошо мәлем,
Ғаиләнән дә ҡиммәт ни хаҡ бар?!
Эх, бар әле беҙҙең матур саҡтар,
Эх, бар әле беҙҙең шәп саҡтар!!!
Автор: Светлана Насырова.зм
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев