Һәр иртәлә яҡты ҡояш нурҙары биттәрегеҙҙән наҙлап уятһын, яҙҙың йомшаҡ елдәре бары тик яҡшы хәбәрҙәр генә алып килһен !.. Барығыҙға ла хәйерле , яҡты иртәләр, дуҫтарым ! Матур көндәр һеҙгә, иҫән һау сәләмәт булығыҙ !
Үҙ юлымды ярып атлап киләм, Башҡаларҙың баҫмай эҙенә, Башҡаларҙың кермәй донъяһына, Башҡаларҙың аумай һүҙенә. Атлап киләм бары үҙем булып, Бигерәк оҡшай ошо һуҡмағым. Күтәрерлек алам шатлыҡтарын, Күтәрерлек алам туҡмағын. Башҡаларҙы тыңлау түгел, ҡайсаҡ Үҙ-үҙемде килмәй тыңлағым. Күндәм генә йөрәк ыңғай ҡуям, Йөрәк - минең иң төп маяғым. Яратмаған менән һүҙ ҡормайым, Йән тартмаған ергә бармайым. Ҡәҙерһеҙләп ғәзиз күңелемде Ҡәҙер белмәҫтәйгә ҡалмайым. Бер кемгә лә отчёт биргем килмәй, Бер кемгә лә килмәй аҡланғым. Булыр-булмаҫ һуҡыр өмөт менән Үҙ-үҙемде килмәй алдағым. Әрһеҙләшеп үҙем тағылмайым, Дәғүәләшеп, көсләп тотмайым. Һәр кем һайлай үҙе барыр юлды - Башҡаларҙың юлын ҡыймайым.
Хәйерле йома иртәһе менән дуҫтарым!
Эҙләмә яҡтылыҡ , үҙең һип нурыңды Ярҙамың кәрәктә һуҙа бел ҡулыңды . Йылылыҡ эҙләмә , үҙең ян, үҙең көй, Яратыу эҙләмә , өҙөлөп үҙең һөй ! Яҡтылыҡ һүнмәһен , дөрләһен йәнеңдә , Иң ғәзиз кешеләр булһындар яныңда. Йөрәгең йылыһын тойһондар үзеңдән, Йылмайыу китмәһен бер ҡайсан йөҙөңдән . Мөхәббәт йәшәһен йөрәгең түрендә, Даръялар кисһәң дә һағышҡа төрөнмә . Һәр миҙгел , һәр көндөң белеп ҡал ҡәҙерен , Ғүмер ул бер генә, онотма, ҡәҙерлем ! Гөлара Шәрипова
Күңелемә инеп эҙләнмәгеҙ, Көнләшмәгеҙ минең булмыштан. Хөкөм итмәгеҙ һеҙ, мине ҡаты, Яҙа баҫһам, әгәр яңылыштан... Тормош - ҡалын урман кеүек бит ул, Аҙашып та ғына китерлек. Үҙ юлында бара һәр бер кеше, Көс тә таба уны үтерлек. Ауыр һүҙҙәр әйтеп рәнйетмәгеҙ, Бысратмағыҙ минең йәнемде... Бөйөк Аллаһ күреп,белеп тора, Ситләтмәҫ тә әле үҙемде. Ҡылған изгелектәр етерлектер, Доғаларым телем осонда. Рәхмәтлемен яҙған яҙмышыма, Шатлыҡ-ҡайғыһы ла ошонда... Күңел ихласлығы һүнмәһен ,тип, Өмөт менән тыуа көндәрем. Уҫал тормош һелкеп һалғанда ла Күҙ йәштәрем аша көлөрмен. Ырыҫ-бәхет кенә ташламаһын, Бирһен Тәңрем һаулыҡ, моңдарын. Бикләнмәһен күңел. Шатлыҡ менән Тыуып торһон минең йырҙарым! Хәди
Хәйерле иртә матур кешеләрем, уңышлы матур көндәр һеҙгә!
Язҙар булып наҙла әле мине Сәскәләргә мине күм әле Йәшлек яҙым ҡайтһын бер әйләнеп Хистәремә йырҙар үр әле. Ләйсән ямғыр булып яуып үтеп Бәхеттәргә мине төр әле Тәнем, йәнем рәхәтләнеп ҡалһын Яңы һулыш миңә өр әле... Ысыҡ тамсыһы булып иртәләрҙә Һағышымды минең йыу әле Күҙ ҡарашың менән наҙлап-наҙлап Һөй әле һин мине, һөй әле. Иртә таңдан наҙлы күңелемә Ҡояш нуры булып кер әле Йөрәктәге ҡояшым -һин ул, тиеп Гел ҡабатлап ҡына тор әле. Рүзилә Гатауллина
Дүшәмбе иртәһе хәйерле булһын , дуҫтарым ! Май айының яңы эш аҙнаһы һеҙгә көтөлмәгән һөйөнөсәр, яҡшы хәбәрҙәр , ҡабатланмаҫ миҙгелдәр , күтәренке кәеф бүләк итһен .
Үкенерлек түгел, үтенерлек түгел, Атлап бара торған тормоштар. Баллы еләк тәмен, лимон әселәрен, Ҡуша ғүмер һауытында - яҙмыштар . Ғүмер һауыттары төрлө , төрлө, төрлө, Кемдекелер тулып - түгелә. Сайпылһала ҡайсаҡ , түгелһәлә ҡайсаҡ , Йәшәһен һәр кем бәхетле генә. Ғүмер һауыттары төрлө , төрлө, төрлө, Кемдекелер тулып - түгелә. Сайпылһала ҡайсаҡ , түгелһәлә ҡайсаҡ , Түгелмәһен бәхете генә. Ғүмерҙәрҙең түгел, йөрәк ике түгел, Ҡат-ҡат йәшәр өсөн яңыртып. Һәрбер көндөң йәмен, миҙгелдәрҙең тәмен, Тойоп , белеп йәшәйек әле яратып. Венера Мәхмүтова
Показать ещё