Предыдущая публикация
Һуңлап килде миңә мөхәббәтем
Һуңланылар йәшлек яҙҙарым.
Мауығыуҙар ҡайсаҡ һөйөү булып,
Албырғатты күңел наҙҙарын.
Ләкин улар сағыу сәскәләрҙәй,
Һулынылар көҙғө ҡырауҙа.
Ысын һөйөүҙәрем йәшнәп-күкрәп
Килде ҡышын, һуңлап бер аҙға
Тәҙрәм сиртте йөрәк түрҙәремдә,
Һайратыпта былбыл ҡошсоғо.
Быға тикле ойоп ҡына ятҡан,
Зыр өйөртөп күңел орсоғон.
Яҙғы ҡояш уйнай күңелемдә
Тирбәлдереп йөрәк ҡылдарын
Ҡышҡы селлә, ҡорос күпер ҡайҙа,
Тоташтырып һөйөү ярҙарын.
Фрай Гәли.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 11