Башҡортостандың данлы улы Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл асылды Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яҡташыбыҙ 1945 йылдың 30 апрелендә Рейхстагка Еңеү Байрағын ҡаҙауы менән билдәле.
Тыуған ил берәү генә, беҙ уны һаҡларға тейеш! Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Радик Динәхмәтов: Тыуған ил берәү генә, беҙ уны һаҡларға тейеш. Йәштәрҙе лә, өлкәндәрҙе лә бер теләк берләштерә - ошо афәтте еңеп ҡайтыу.
Һай, афарин, Илһам! Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылында йәшәүсе Илһам Ғәйнуллин Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығын атаһы - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәйретдин Ғәйнетдин улы һәм әсәһе - тыл ветераны Хәтирә Йәрулла ҡыҙы иҫтәлегенә эшләткән ошондай матур баннерҙар менән ҡаршылай.
Рәхмәт, олатай, тыныс күк өсөн! Алһыу Бәхтиева, Иршат Фәйзуллин, Әлфиә Юлсурина, Резида һәм Зәбирә Әминевалар олаталары хаҡында:
Рәсүл Ҡарабулатов: "МХО-лағы яугирҙәргә Башҡортостандың бер өлөшөн тапшырырға тырыштым" -
Йән докторы – Азамат Тимеров Башҡортостаныбыҙҙың сәнғәт донъяһы, күптән түгел генә Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы Тимеров Азамат Камил улының, ошо яҡты донъяларҙа 55 йыл инде моңло ауазы менән ҡыуандырып йәшәүен билдәләп уҙҙы.
Юлдаш Plus” йәштәр үҙәге асылды 7 май, радио һәм элемтәнең бөтә төр хеҙмәткәрҙәре көнө, “Юлдаш Plus” радиоһы Башҡортостан мәғлүмәт саралары тарихында йәнә бер мөһим аҙым яһаны: “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы биләмәһендә башҡорт йәштәрен берләштереүҙе маҡсат итеп ҡуйған “Юлдаш Plus” йәштәр үҙәге асылды.
«Һәр ролемә күңелемде һалдым...» Уның 65 йыллыҡ ижад юлын һандарға күсерһәң, миллиондар менән иҫәпләргә кәрәк булыр ине, моғайын. Тамашасылар, гастролдәрҙә үткән юлдар, сәскәләр гөлләмәһе, алҡыштар... Улар араһында, әлбиттә, күҙ йәштәре лә, һынауҙар ҙа, күңел яралары ла була. Һүҙебеҙ тере легенда, быйыл үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләгән Сәүиә СИРАЕВА тураһында.
  • Класс
Жителей Башкирии приглашают принять участие в конкурсе в национальных костюмах 5-й международный фотоконкурс «Мама и дети в национальных костюмах» проходит под эгидой комиссии Российской Федерации по делам ЮНЕСКО при поддержке Федерального агентства по делам национальностей России. Фотоконкурс призван продемонстрировать национальный колорит народов России и дружественных зарубежных стран посредством выражения многообразия культуры своей нации через национальный костюм, с помощью талантливых работ фотохудожников.
Бәпембә - мең сиргә дауа Быуындар һыҙлаһа, эс ҡатҡанда, йоҡоһоҙлоҡ интектерһә.Туғайҙарҙы ҡаплап үҫкән, йә иһә баҡсалағы сүп үләне тип иҫәпләнгән һары башлы бәпембәнең сәләмәтлек өсөн файҙаһы ҙур булыуын күптәр белмәй, уны өҙә, утай, ташлай. Ашыҡмайыраҡ тороғоҙ, бер атҡанда ике ҡуянды эләктерергә лә мөмкин. Бигерәк тә был баҡсасыларға ҡағыла, сөнки улар түтәлдәрҙе утағанда бәпембәне йыш өҙөүсән. Түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалһағыҙ ине. 
Показать ещё