Бибисара һәм Вилен: Башҡортостанда сабыйҙарҙың иң популяр һәм һирәк осраған исемдәре асыҡланды Башҡортостанда 2024 йылдың башынан донъяға килгән сабыйҙарға ҡушылған үҙенсәлекле һәм популяр исемдәр билдәле булды. Исемлекте ЗАГС реестрының мәғлүмәт-аналитика порталы баҫтырып сығарған.
Радий Хәбиров «Ялла» ансамбле етәксеһенә «Башҡортостандың халыҡ артисы» исемен тапшырҙы Үзбәкстандың «Ялла» дәүләт атҡаҙанған ансамбленең художество етәксеһе Фәрух Закиров «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Бүләкләү тантанаһы Сибайҙа «Урал аръяғы - 2024» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында уҙҙы.
“Яралы китап” Динис Бүләков. “Яралы китап” хикәйәһе. Һуғыш осоронда 35 ке­нә йортлоҡ ауыл 34 ир-егетте яуға оҙата. Утыҙ бишенсе өй генә фашистар менән алышҡа хужаһын ебәрә алмай: һунарҙан үлемесле яраланып ҡайтҡан Илғужа бер-ике генә йыл элгәре донъя ҡуйған. Әммә сәм­сел ғаилә ил иңенә ишелгән аяуһыҙ һынауҙан ситтә ҡалғыһы килмәй. Ике балалы тол ҡатын, бейеменең ризалығын алып, фронтҡа китә, ут һыҙығына баҫа. Уның ғүмерен өҙгән пуля һәр саҡ янында йөрөткән китапты ла “яра­лай”. Мәктәп музейында урын аласаҡ был китап – яугир башҡорт ҡатынының ейәне, уҡыусы Әсләм өсөн ғорурла­нырлыҡ рухи таяныс ҡына түгел, ә быуындар бәйләнешен нығы­тыр изге ҡомартҡы ла.
Азат Бадранов: Яугирҙәребеҙҙең ғаиләләренә бөтә йүнәлештәрҙә, шул иҫәптән рухи йүнәлештә лә ярҙам итергә кәрәк. Республика Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов «Изге яҙылыу» хәйриә акцияһына ҡушылды. Етәксе махсус хәрби операцияла  ҡатнашыусы яугирҙарҙың ғаиләләренә балалар матбуғатын, республика һәм район баҫмаларын яҙҙырҙы.
«Китап-байрам» XX век: как в Уфе проходил Книжный базар 60 лет тому назад Как известно, Россия – самая читающая страна в мире. А самый читающий город в нашей стране это, конечно, Уфа. Об этом свидетельствует не только проходящая в эти дни крупнейшая книжная ярмарка «Китап-байрам», но и многие другие факты. Предлагаем вам совершить путешествие в Уфу 1963 года – «побывать» на Книжном базаре благодаря уникальным архивным снимкам. Символично, что Книжный базар проходил на улице Пушкина рядом с Оперным театром – почти там же, где проходит «Китап-байрам» сегодня.
Олег Рой: "Башҡортостанды, бигерәк тә, Әбйәлил районын тыуған яҡтарым һанайым, һағынып ҡайтам..." -
"Пушкинды бергәләп уҡыйбыҙ" Өфөбөҙҙә икенсе тапҡыр уҙғарылған "Китап байрам" да Өфө дәүләт "Нур" татар драма театры коллективы "Пушкинды бергәләп уҡыйбыҙ" тамашаһын тәҡдим итте
«Туғанлыҡ» Халыҡ-ара милли театрҙар фестивале тамамланды Иң яҡшы спектаклдәр һигеҙ төп  номинацияла приздар менән бүләкләнде:
«Туғанлыҡ» Халыҡ-ара милли театрҙар фестивале тамамланды Иң яҡшы спектаклдәр һигеҙ төп  номинацияла приздар менән бүләкләнде:
Алмас Сирусин Ҡазан ҡалаһында Рәшит Ваһапов исемендәге халыҡ-ара йыр фестивалендә ГРАН-ПРИҒА лайыҡ булды -
Показать ещё