Предыдущая публикация
Һауа ла саф, таҙа уйҙар ҙа.
Йүг(е)рек елдәр генә һыҙғырышып,
Ҡыуа баштан һағыш-ҡуйҙарҙы.
Тауҙар бөйөк,
бейек хыялдар ҙа,
Ғүмер етмәҫ һеҙҙе буйларға.
Офоҡ менән хыял тоташҡанда,
Урын юҡтыр насар уйҙарға.
Мөһәбәт тә, хозур тау ханлығы,
Сихри көстәр ҡабат тартамы?
Мин генәме шулай илһамланып,
Күңелдәрем бушап ҡайтаммы?
Мин бит һеҙҙә асылыма ҡайтам,
Һил һуҡмаҡтар эҙләп ураным.
Хушлашмайым.
Тағы киләм әле,
Баҫыр өсөн күңел буранын...
Руслан Абдуллин.
13.05.2024 й.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев