17-18 майҙа Октябрьский ҡалаһында уҙа. Бәйге милли музыка ҡоралын - ҡурайҙы пропагандалауға һәм популярлаштырыуға, башҡарыу традицияларын һаҡлауға һәм артабан үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Конкурсҡа үҙешмәкәр һәм профессиональ ҡурайсылар – солистар, ҡурайсылар ансамблдәре һәм ғаилә ансамблдәре саҡырыла.
Ҡурайсылар – солистар конкурсы өс йәш категорияһына бүленгән, уларҙың һәр береһенең әҫәрҙәрҙе башҡарыуға үҙ талаптары бар. Мәҫәлән, 12 йәшкә тиклемгеләр һәм 12-16 йәштәгеләр араһында конкурс бер турҙа уҙғарыла, унда ҡатнашыусыларға ике әҫәр башҡарырға кәрәк: оҙон көй һәм марш йәки бейеү (ҡыҫҡа көй). Бынан тыш, 12-16 йәшлек ҡурайсы-солистарға өҫтәмә рәүештә өсөнсө әҫәр әҙерләргә кәрәк, сөнки жюри әҫәрҙе ҡатнашыусының һайлауы буйынса башҡарыуҙы талап итергә хоҡуҡлы. 16 йәштән өлкәндәр өсөн ике турҙа конкурс үткәрелә, унда 4 әҫәр башҡарырға кәрәк.
Ҡурайсылар ансамблдәре конкурсы бер турҙа үткәрелә һәм ике йәш категорияһына бүленә. Ансамблдәр ике әҫәр башҡарырға тейеш: оҙон көй һәм марш, йә бейеү (ҡыҫҡа көй). Музыкаль оҙатыуҙы ҡулланырға рөхсәт ителә. Ҡатнашыусылар традицион башҡарыу мәҙәниәтен күрһәтергә тейеш.
Рәсәҙә Ғаилә йылына арналған ғаилә ансамблдәре конкурсы бер турҙа үткәрелә. Ижади ғаиләләр (дуэттар, трио, квартеттар һ.б.) ике әҫәр, бигерәк тә башҡорт халыҡ көйҙәрен башҡарырға тейеш.
Ғаризалар 10 майға тиклем электрон адрестар буйынса ҡабул ителә: ontrcnt@bk.ru oktb-kultura@mail.ru . Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 289-65-50, 8 (34767) 6-61-22, 6-28-30. Бәйге Положениеһы республика халыҡ ижады сайтында: https://rcntrb.com/ru/dokumenty/polozheniya-festivalej-i-konkursov/9613-polozhenie-o-xxiii-respublikanskom-prazdnike-kuraya-im-gaty-
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1