Предыдущая публикация
Туймазы районынан Илназ Дәүләтов 3 йыл элек урамда уйнап йөрөгән мәлдә трансформатор будкаһы өҫтөнә туп артынан менгән. Малай юғары көсөргәнешле токтан һуғылып, ике ҡулһыҙ ҡалған.
Әммә тормош ауырлыҡтары уның рухын һындырмай. Үҫмер яңынан-яңы еңеүҙәр яулай. Кисә ул Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында еңел атлетика буйынса республика чемпионатында ике алтын миҙал алған. 100 һәм 400 метр арауыҡҡа йүгереүҙә Илназға етеүсе булмаған.
Афарин, Илназ! Киләсәктә ҙурыраҡ еңеүҙәр яуларға яҙһын!
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 5