"ФӘРЕШТӘНЕҢ КҮҘ ЙӘШЕ" ТОРТЫ
⠀
Ҡамыр өсөн:
🔽1 стакан он
🔽1 сәй ҡалағы ҡабартҡыс
🔽80 г һыйыр майы
🔽2 аш ҡалағы шәкәр
🔽1 йомортҡа
⠀
Эслек өсөн :
🔽500 г творог
🔽0,5 стакан шәкәр
🔽3 йомортҡа һарыһы
🔽1 аш ҡалағы манный ярмаһы
🔽100 г ҡаймаҡ
🔽Ванилин 1 ҡап
⠀
Суфле өсөн:
🔽3 йомортҡаның ағы
🔽3 аш ҡалағы шәкәр пудраһы
⠀
☑ Ондо ҡабартҡыс менән ҡушып, өҫтөнә һыуытылған һыйыр майын тураҡлап һалабыҙ. Йомортҡаны шәкәр менән бергә ҡушып, унан он өҫтәп ҡамыр яһарға һәм плёнкаға төрөп 30 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торорға .кәрәк.
⠀
☑ Эслек: барыһын бергә блендер менән болғатырға.
⠀
☑ Суфле: йомортҡа ағын күпертергә, әҙ-әҙләп шәкәр пудраһы ҡушып.
⠀
✴ Әҙер ҡамырҙы һыуытҡыстан алып, бортиктар яһап йәйәбеҙ.
✴ Шуның өҫтөнә твороглы эслекте ағыҙабыҙ.
⠀
✴180 градуста духовкала 20-30 минут бешерәбеҙ.
⠀
✴ Шунан һуң алып, өҫтөнә суфле һылап, кире духовкала 10-15 минут матур төҫкә ингәнсе тотабыҙ (артығын ярамай).
⠀
✴ Духовканы һүндерәбеҙ, ишеген асып, шунда һыуынырға ҡалдырабыҙ.
✴ 40 минуттан һуң торттың өҫтөндә тамсылар барлыҡҡа килергә тейеш.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1