Ҡамыр өсөн:
- йомортҡа - 1 шт
- йомшаҡ аҡ май - 50 г
- ҡаймаҡ - 100 г
- бысаҡ осонда тоҙ
- разрыхлитель - 1 сәй ҡалағы
- он - 200 г.
Эслек өсөн:
- дөгө -1 стакан
- кипкән емеш (йөҙөм, курага, чернослив) - услап
- ҡыҙыл эремсек - 250-300 г
- шәкәр - теләк буйынса
- аҡ май - 90 г
- 3-4 йомортҡа (һалмаҫҡа ла була)
▶Ҡамыр баҫырға һәм һыуытҡысҡа ҡуйырға.
▶Дөгөнө тоҙло һыуҙа бешерергә, емештәрҙе йыуырға, бер аҙ ебетергә.
▶Ҡамырҙы ике тигеҙ булмаған өлөшкә бүлергә, ҙурын йәйеп ситтәре һәленеп торорлоҡ итеп майлы табаға һалырға,
▶Берернсе рәт -- ҡыҙыл эремсек, икенсеһе -- дөгө (бер-ике ҡалаҡ шәкәр һибергә була), өсөнсө рәт -- кипкән емештәр. Иң өҫтән май киҫәктәре һалып сығырға. Теләге булған кешегә дүртенсе рәткә бешерелгән йомортҡа турап һалырға мөмкин.
▶Ҡамырҙың икенсе өлөшөн йәйергә һәм эслекте ҡапларға. Өҫтөнән крошка (май+он+шәкәр) яһап һибергә. Духовкала 180’С-та 40 минут бешерергә.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 59