Балам, тыңла әле мине,
Һиңә әйтер һүҙем бар:
Ғүмерҙәр үтәр ҙә китәр,
Ҡартлыҡҡа етәһе бар.
Миңә ҡарата һин, балам,
Булма ҡаты бәғерле,
Әйтәм һиңә аҡылымда
Нәсихәтле һүҙемде.
Әгәр минең яйым китһә,
Ҡакма бер үк, ҡабул ит,
Әйткәндәремде аңламай
Һаташыуым мөмкин бит.
Аҡылһыҙ һүҙҙәр һөйләһәм,
Ымлап ҡына башың ҡаҡ,
Йәмһеҙ һүҙҙәр әйтә курмә,
Йыуатырға яйын тап.
Сәй эскәндә кәсәм ялғыш
Төшөп китһә ҡулымдан,
Бер ни булмағандай ҡылан
Тотоп хәлһеҙ ҡулымдан.
Ғәмһеҙ булма, зинһар өсөн,
Йылмайып ҡосаҡлап ал,
Һинән йылы һүҙ ишетеү —
Йәнгә ятыр май ҙа бал.
Этмә-төртмә, йомшаҡ ҡағыл,
Тәнем әрнеү һиҙмәһен,
Сәсемде тарап-үреп ҡуй,
Туҙып йәмһеҙ йөрымәһен.
Атлауҙарым һалмаҡ булыр,
Ашыҡтыра күрмә һин,
Һин тәпәй атлап киткәндә
Һоҡланып күҙәттем мин.
Оялып ултырма минән
Ҡунаҡтар килһә өйгә,
Матур күлдәгем кейҙереп,
Ултыртырһың иң түргә.
Ҡәҙер-хөрмәтең күрһәтеп,
Васыятты үтәрһең.
Килә яҡты донъяларҙан
Риза булып китәһем.
Айсинә Ахкямова.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 57