Предыдущая публикация
Август - йәйҙең һуңғы айы.
Әммә нисек кенә моңһоу булмаһын, тап августа уңыш йыя торған мәл етә. Емеш-еләк, йәшелсәнән өҫтәл һығылып торған саҡ. Кешеләр баҡсаһынан помидор, кәбеҫтә өҙөп ашай башлай. Алмалар бешә, баҫыуҙарҙа иген өлгөрә, баҡсаларҙа аллы гөллө сәскәләрҙеңдә ниндәйҙәре генә юҡ,күҙҙең яуын алып ултыралар.
Тормошобоҙҙо гөлдәргә күмгән Оло Аҡа ауылы ҡатын - ҡыҙҙарына ла матур теләктәребеҙҙе еткерге килә. Киләһе йылдарҙа ауылыбыҙҙа сәскәле ихаталарҙың һаны тағы ла артыр, ошондай маҡсатта ойошторолған сара ла йолаға әйләнер, тип ышанабыҙ.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев