Башҡа илдәрҙә Яңы йылды нисек ҡаршылайҙар? Мексикала Яңы йыл төнөндә ишектәрҙе асыҡ ҡалдырып, тәҙрәнән урамға һыу һибәләр, тәңкә ташлайҙар ҙа, аҡсаны сығып йыйып алалар. Шулай уҡ Үҙәк һәм Көньяҡ Америкала йәшәүселәр Яңы йыл төнөндә уңышты төҫлө трусиктар кейеп тә "саҡыра" икән: мәҫәлән, яңы йылда үҙ ишен осратырға теләгәндәр - ҡыҙыл төҫтәгеһен кейә, байлыҡҡа сарсағандар - һарыһын, именлек, тыныслыҡҡа ынтылғандар - аҡ төҫтәгеһен. Японияла куранттар беҙҙәге кеүек 12 тапҡыр түгел, ә 108 тапҡыр һуға. Гонаһтарҙы йыуып, яңы йылға саф килеш инер өсөн, әлбиттә. Был илдә Яңы йыл байрамдары өс көн дауам итә. Изге фәрештәләрҙе йәлеп итеү маҡсатында ишек янында ҡарағай, бамбук, слива ботаҡтарын ҡуялар.
  • Класс
«Тубырсыҡ» салаты 300 гр аҡ сыр, 200 гр ветчина, 100 гр сәтләүек, бер аҙ укроп, бекон тәме сыҡҡан ваҡ крекер-печенье, тәменә ҡарап майонез, тоҙ, һарымһаҡ, баҙам (миндаль). Сыр менән укроп, һарымһаҡ, майонез һәм тоҙҙо блендерға һалып өйрөлтәбеҙ. Ветчинаны шаҡмаҡлап турайбыҙ. Сырлы ҡатнашма менән туралған ветчинаны, иҙелгән сәтләүекте тоҙлап бутайбыҙ ҙа, 15-20 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Баҙамды духовкала 15 минут (болғатып торорға онотмайбыҙ) йә 3 минут микроволновкала киптереп алабыҙ. Әҙер ҡатнашманы һыуытҡыстан алабыҙ һәм тәрилкәгә тубырсыҡ формаһында теҙеп һалабыҙ. Баҙамды төртөп сығып биҙәйбеҙ. «Тубырсыҡ» салаты тирәсен укроп һәм печенье менән биҙәйбеҙ. Сығанаҡ - "Һаҡмар" гәзите
  • Класс
«Тубырсыҡ» салаты 300 гр аҡ сыр, 200 гр ветчина, 100 гр сәтләүек, бер аҙ укроп, бекон тәме сыҡҡан ваҡ крекер-печенье, тәменә ҡарап майонез, тоҙ, һарымһаҡ, баҙам (миндаль). Сыр менән укроп, һарымһаҡ, майонез һәм тоҙҙо блендерға һалып өйрөлтәбеҙ. Ветчинаны шаҡмаҡлап турайбыҙ. Сырлы ҡатнашма менән туралған ветчинаны, иҙелгән сәтләүекте тоҙлап бутайбыҙ ҙа, 15-20 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Баҙамды духовкала 15 минут (болғатып торорға онотмайбыҙ) йә 3 минут микроволновкала киптереп алабыҙ. Әҙер ҡатнашманы һыуытҡыстан алабыҙ һәм тәрилкәгә тубырсыҡ формаһында теҙеп һалабыҙ. Баҙамды төртөп сығып биҙәйбеҙ. «Тубырсыҡ» салаты тирәсен укроп һәм печенье менән биҙәйбеҙ.
“Башҡортса һөйләшеүҙән кәйефем күтәрелә” “Мин биш йәшемә тиклем русса бер һүҙ ҙә белмәнем. Артабан рус мәктәбендә уҡыным. Әсәйем дә рус телен ныҡлы өйрәнергә кәңәш итте”, - тип башланы был һорауға яуапты төбәк Башлығы. Ул шулай уҡ һуңғы йылдарҙа башҡорт телен өйрәнеү менән ныҡлап мауығыуы, телефонындағы башҡорт теленә өйрәткән “Сәләм” мобиль ҡушымтаһы менән файҙаланыуы тураһында әйтеп үтте. “Башҡортса һөйләшәһең икән – был халыҡҡа хөрмәт билдәһе. Туған телемдә һөйләшеүҙән кәйефем күтәрелә. Был минең төпкө аңымда һаҡланғандыр тип уйлайым. Беҙ полилингваль мәктәптәр төҙөйбөҙ – был милли сәйәсәт. Милли телдәрҙе яҡларға тейешбеҙ. Бала мәктәптә туған телендә, мәҫәлән, сыуаш, мари йәки татар те
2022 йыл Башҡортостанда Һөнәри белем тармағын яңыртыу, лайыҡлы эш шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан ителде 2022 йыл Башҡортостанда Һөнәри белем тармағын яңыртыу, лайыҡлы эш шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан ителде, тип хәбәр итте республика етәксеһе Радий Хәбиров 28 декабрҙә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә. «WorldSkills конкурсын лайыҡлы үткәрҙек, унда беҙҙең команда шәп сығыш яһаны, шунан һуң беҙ һөнәри белем биреү системаһы менән нығыраҡ эшләү кәрәклегенә иғтибар иттек. Беҙҙә 96 колледж бар. Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу тураһында яҡшылап уйларға кәрәк. Хәҙер Рәсәй Хөкүмәте менән Өфөлә профессиональ белем биреү хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү буйы
«Һуғыш балаларына» түләү арттырыла Был хаҡта 28 декабрҙә йомғаҡлау интервьюһы ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, һуғыш балалары темаһы бер нисә йыл тикшерелде. Һуғыштан һуңғы йылдарҙағы ауырлыҡтар, аслыҡ-яланғаслыҡ ошо категорияға ҡараған кешеләрҙең яҙмышына төшкәнен аңланыҡ. «20 йәшлек егет һуғыштан ҡайтҡан, уның «Батырлыҡ өсөн» йәки «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалдары бар, ә эргәһендә һуғышта булмаған, ләкин уның бөтә михнәтен татыған 18 йәшлек егет. Береһенә хөрмәт, төрлө ярҙам күрһәтелә, ә икенсеһенә бер нәмә лә юҡ, ә бит ул ғүмере буйына тир түккән, ас ултырған, ата-әсәһен юғалтҡан. Дәүләттең ошо таныҡлыҡ менән уларҙың статусын таныуы бик мөһим и
Фото:takiemedia.ru ҠУҘЫ Һуңғы осорҙағы тыныс тормош менән хушлашырға тура килер. Һеҙҙе ел-буранлы мәл көтә. Хатта мөхәббәт утына ташлауы ла ихтимал. Уңыштың сере бары үҙегеҙгә бәйле. Аҙнаның икенсе яртыһында көс-дарманығыҙ ташып торор. Ошо мәлде мөмкин тиклем файҙаланып ҡалығыҙ. БУҒА Бер үк тырмаға күпме баҫырға була? Хис-тойғоларға бирелеп, хаталарға юл ҡуймағыҙ. Кемгәлер биргән вәғәҙәне үтәмәй ҡалмағыҙ. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр өсөн килемле осор. Бер йыл эсендә барлыҡ сығымдар ҙа аҡланыр. ИГЕҘӘКТӘР Яҡындарығыҙ һеҙҙең иғтибарығыҙға мохтаж. Үҙ-үҙегеҙгә йомолмағыҙ, аралашырға теләгәндәргә асыҡ йөҙ күрһәтегеҙ. Эштәге әүҙемлек үҙен аҡлар. Килешеү төҙөү, командировкаға сығыу һ
Пиротехниканы һаҡ ҡулланығыҙ! Яңы йылды байрам иткәндә һеҙ пиротехника ҡулланаһығыҙҙыр, моғайын. Әммә уның хәүефле булыуын хәтерҙән сығармайыҡ. Пиротехниканы һаҡ ҡулланығыҙ! Полиция хеҙмәткәрҙәре, медиктар һәм ҡотҡарыусылар байрам имен үтһен өсөн, петарда, фейерверк, шартлатҡыстарҙы махсуслаштырылған кибеттәрҙә генә алырға кәңәш итә. Осһоҙлоғона ҡыҙығып, икеләтә ҡиммәт хаҡ түләй күрмәгеҙ, дуҫтар. Үкенескә, ундай пиротехник тауарҙарҙың күп өлөшө илгә законһыҙ рәүештә индерелә һәм уларҙың хәүефһеҙлек, сифат сертификаттары юҡ. Статистика күрһәтеүенсә, республикала йыл да Яңы йыл байрамы осоронда фейерверк, петарда, бенгал уты арҡаһында тиҫтәләрсә янғын сыға. Асыҡ ҡалған тәҙрә аша йо
Показать ещё