Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы MITEM Халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнаша.
Айрат Абушахмановтың Мәжит Ғафури повесы буйынса ҡуйылған “Ҡара йөҙҙәр” спектакле Венгрия Милли театрының төп сәхнәһендә күрһәтелә.
“Ҡара йөҙҙәр” спектакле Башҡортостан Башлығының иң мөһим ижади проекттарға ярҙам итеү грантына ҡуйыла. Спектакль – "Алтын битлек" Бөтә Рәсәй милли театр премия – фестиваленең "Бәләкәй формалағы иң яҡшы спектакль", "Иң яҡшы режиссер эше"(Айрат Абушахманов), "Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле" (Гөлнара Ҡаҙаҡбаева), "Костюмдар буйынса иң яҡшы рәссам эше" (Альберт Нестеров) номинациялары номинанты.
“Костюмдар буйынса иң яҡшы рәссам эше” номинацияһында “Алтын битлек” яулаусы (Альберт Нестеров).
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев