Предыдущая публикация
Беҙ ҙә шул сиратҡа баҫҡанбыҙ.
Бер ҡасан да беҙ үҙебеҙҙән алда күпме кеше барын белә алмайбыҙ.
Сиратта торорға яратмайым тип кенә унан сығып китә алмайбыҙ...
Шулай уҡ бер ҡасан да был сираттың аҙағына шылып баҫа алмайбыҙ...
Шулай булғас, сиратта торған саҡта...
- яҡшы нәмәләрҙе күберәк күрәйек
- ғүмерҙең ҡәҙерен беләйек
- башҡаларҙы хөрмәт итәйек
- юҡ-бар ғына үпкәләрҙе онотайыҡ.
Һәр беребеҙ – был донъяла ҡунаҡ. Бөтәбеҙҙең дә хоҡуҡтары ла, бурыстары ла бер иш, үҙебеҙҙән алда торғандыҡы ла, артта торғандыҡы ла. Шуға, әйҙәгеҙ, был сиратта бер-беребеҙҙе төрткөләмәй, сабыр ғына, һыйышып ҡына торайыҡ әле.
Рәхимә МУСИНА.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев