Үҙ юлыма үҙем һуҡмаҡ һалам, Яҙмыш менән сыҡтым уҙышҡа. Абынһам да, табынһам да, " дуҫым", Ни эшең бар минең тормошта?! Яҙмышымда - ялғышым да булды, Тик минеке һеҙгә ҡағылмай!. Нимә тиһәгеҙ ҙә, иҫем китмәй, Алтынға бит бысраҡ яғылмай! Тормош булғас төрлө хәлдәр була, Килер бер көн - һеҙ ҙә иларһығыҙ!. "Нишләп һаман миңә генә?!", тиеп Һеҙ мең төрлө сәбәп уйларһығыҙ. "Ни ғәйебем бар ине минең?!",- тиеп, Ғәйепләрһегеҙ бөтөн донъяны. Нишләп һуң һин, " дуҫым", был турала, Үҙ башыңа төшкәс уйландың?! ...Үҙ юлыма үҙем һуҡмаҡ һалам, Яҙмыш менән сыҡтым уҙышҡа. Абынһам да, табынһам да, " дуҫым", Ни эшең бар минең тормошта?!.. Автор: Гөлинә Шәйхи.
Яратам мин халҡымды!
03:24
VID-20240425-WA0131.mp4
6 022 просмотра
Показать ещё