Предыдущая публикация
Яҙмыш менән сыҡтым уҙышҡа.
Абынһам да, табынһам да, " дуҫым",
Ни эшең бар минең тормошта?!
Яҙмышымда - ялғышым да булды,
Тик минеке һеҙгә ҡағылмай!.
Нимә тиһәгеҙ ҙә, иҫем китмәй,
Алтынға бит бысраҡ яғылмай!
Тормош булғас төрлө хәлдәр була,
Килер бер көн - һеҙ ҙә иларһығыҙ!.
"Нишләп һаман миңә генә?!", тиеп
Һеҙ мең төрлө сәбәп уйларһығыҙ.
"Ни ғәйебем бар ине минең?!",- тиеп,
Ғәйепләрһегеҙ бөтөн донъяны.
Нишләп һуң һин, " дуҫым", был турала,
Үҙ башыңа төшкәс уйландың?!
...Үҙ юлыма үҙем һуҡмаҡ һалам,
Яҙмыш менән сыҡтым уҙышҡа.
Абынһам да, табынһам да, " дуҫым",
Ни эшең бар минең тормошта?!..
Автор: Гөлинә Шәйхи.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев