Кисә яҙа алманым Башҡорт теле буйынса диктантты. Шуға бөгөн, 28 апрелдә, яҙҙым. Өсөһөн дә яҙҙым. Башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн тигәнен һалырға булдым бында.
  • Класс
Инә бөркөт балапандарының буласаҡ атаһын нисек һайлағанын беләһегеҙме? Ул шундай ҡыҙыҡлы эш башҡара. Ағас йә ҡыуаҡ ботағын суҡышына ала ла, ҙур бейеклеккә күтәрелеп, шунда өйрөлә.
Инә ҡош тирәләй ата бөркөттәр осоп йөрөй башлай, шул саҡта инә бөркөт ботаҡты аҫҡа ырғыта, ә үҙе иғтибар менән күҙәтә. Һәм бына бер ата бөркөт, төшөп китеүенә юл бирмәй, был ботаҡты һауала тотоп ала, ә һуңынан уны бик һаҡ ҡына, суҡыштан-суҡышҡа, инә ҡошҡа тапшыра. Инә бөркөт был ботаҡты ала һәм тағы ла аҫҡа ырғыта, ата бөркөт уны тағы тотоп ала һәм килтерә, ә инә бөркөт уны һаман ташлай. Һәм шулай күп тапҡырҙар ҡабатлана. Инә бөркөт, билдәле бер ваҡыт дауамында күп тапҡыр ботаҡ ырғытҡан һайын, уны тотоп алған ата
Показать ещё