Ул шундай ҡыҙыҡлы эш башҡара. Ағас йә ҡыуаҡ ботағын суҡышына ала ла, ҙур бейеклеккә күтәрелеп, шунда өйрөлә.
Инә ҡош тирәләй ата бөркөттәр осоп йөрөй башлай, шул саҡта инә бөркөт ботаҡты аҫҡа ырғыта, ә үҙе иғтибар менән күҙәтә. Һәм бына бер ата бөркөт, төшөп китеүенә юл бирмәй, был ботаҡты һауала тотоп ала, ә һуңынан уны бик һаҡ ҡына, суҡыштан-суҡышҡа, инә ҡошҡа тапшыра. Инә бөркөт был ботаҡты ала һәм тағы ла аҫҡа ырғыта, ата бөркөт уны тағы тотоп ала һәм килтерә, ә инә бөркөт уны һаман ташлай. Һәм шулай күп тапҡырҙар ҡабатлана. Инә бөркөт, билдәле бер ваҡыт дауамында күп тапҡыр ботаҡ ырғытҡан һайын, уны тотоп алған ата бөркөткә өҫтөнлөк бирә, һәм улар парлаша.
Инә бөркөт ни өсөн ошо ата бөркөттө өҫтөн ҡуйғанын һуңыраҡ аңларһығыҙ.
Артабан инә менән ата бөркөт текә ҡаяға менә һәм, таяҡ-ботаҡтарҙы һирәк урынлаштырып, ҡаты оя ҡора, шунан суҡыштары ярҙамында үҙ тәндәренән ҡаурый-мамыҡтарын йолҡоп ала башлай. Йөн һәм ҡаурыйҙарын төбөнә һәм ҡабырғаларына түшәп, бөтә тишектәрен бөтәштереп, ояны йомшаҡ һәм йылы итә.
Бындай йомшаҡ һәм йылы ояға инә бөркөт йомортҡа һала, һуңынан ата бөркөт тә, инә бөркөт тә, икәүләп, бәпкә баҫалар. Бөркөт балалары яҡты донъяға бәләкәй генә, яланғас һәм хәлһеҙ булып морон төртә, ата һәм инәләре, балапандар нығынып бөткәнсе, уларҙы кәүҙәләре менән баҫып йылыта. Ҡанаттары менән ямғырҙан, эҫе ҡояш нурҙарынан ҡаплай, уларға һыу, аҙыҡ ташый. Шулай итеп, ҡошсоҡтарҙың ҡаурыйҙары үҫә башлай, ҡанаттары һәм ҡойроғо нығына.
Балапандарҙың тәнендә йөн-ҡаурыйҙар барлыҡҡа килә. Инә менән ата балапандарын ысын бөркөт итеп сыныҡтырыу ваҡыты еткәнен тоя.
Ата бөркөт ояның ситенә ултыра һәм уға көслө ҡанаттары менән һуға: туҡылдата, ҡаға, ояны һелкетә. Ни өсөн? Оялағы бөтә ҡауырһын һәм мамыҡ ҡойола, ботаҡтарҙан үрелгән һәм ҡоролған элекке ҡаҡ оя ғына тороп ҡала. Ә ҡошсоҡтар ошо ояла ултырып ҡала, уларға уңайһыҙ, ҡаты, һәм улар нимә булғанын аңламай: сөнки инә менән ата элек шундай мөләйем һәм хәстәрлекле ине?
Был ваҡытта инә ҡайҙалыр оса, балыҡ тота һәм, оянан яҡынса биш метр алыҫлыҡта, ҡошсоҡтары уны күрерлек арауыҡта, урынлаша. Һуңынан ҡошсоҡтарына күрһәтеп, яйлап балыҡ ашай башлай. Ас ҡошсоҡтар ояла ултыра, ҡысҡыра, нимә булғанын аңламай: элек барыһы ла башҡаса ине бит?.. Инә-атаһы уларҙы ашата, эсерә ине, ә хәҙер был уңайлыҡтар юҡҡа сыҡты: оя ҡаты, йөн-ҡауырый түшәлгән йомшаҡ оя ла юҡ, ата-инә балыҡты ҡошсоҡтарына бирмәй, үҙҙәре генә ашай.
Нимә эшләргә? Ашағы килә, ҡалай булһа ла, оянан сығырға кәрәк. Һәм шул саҡта ҡошсоҡтар бығаса бер ҡасан да эшләп ҡарамаған хәрәкәттәр яһарға тырыша башлай. Әгәр ата-инә улар менән элеккесә сөсөлдәшеүен дауам итһә, улар һаман да ҡыл да ҡыбырлатмаҫ ине. Ҡошсоҡтар яйлап оя эсендә шыуыша башлай. Бына бер балапан ҡолап төшә, ул шундай килбәтһеҙ, әлегә бер нәмә лә эшләй алмай, бер нәмә лә белмәй. Оя, йыртҡыстар яҡынлаша алмаҫлыҡ урында, текә ҡаяла тора.
Ҡошсоҡ был битләүҙән ҡолап төшә, ҡорһағы менән шыуып бара ла, һуңынан упҡынға оса. Һәм шул саҡта ҡасандыр инә ташлаған ботаҡтарҙы тотҡан йылғыр ата бөркөт күҙ асып йомған арала түбәнгә ташлана һәм, бәрелеп һәләк булмаҫ элек, балапанын арҡаһы менән эләктерә.
Һәм һуңынан, арҡаһына ултыртып, ҡошсоғон ҡаяға, уңайһыҙ ояға тағы күтәрә, һәм барыһы ла яңынан башлана. Ҡошсоҡтары тәгәрәп ҡолаған һайын, ата уларҙы арҡаһына эләктерә. Ата бөркөт бер генә балапанының да бәрелеп һәләк булыуына юл ҡуймай.
Һәм ҡолаған һәр мәлендә бөркөт балаһы элек бер ҡасан да эшләмәгән хәрәкәттәр яһай: һауа ағымына эләгеп, ел ыңғайына үҙенең ян ҡанат үҫентеләрен йәйә, һәм оса башлай. Бына шулай итеп бөркөттәр балапандарын үҙ йүндәрен үҙҙәре күрергә өйрәтә. Ҡошсоҡ үҙ аллы оса башлағандан һуң, ата менән инә уға балыҡты суҡышында алып килмәй, киоеһенсә, уларға балыҡлы урындарҙы күрһәтә.
Был балаларҙы рухи һәм физик тәрбиәләүҙең яҡшы миҫалы. Балаларҙы гел йылы ояла ғына, әҙергә-хәҙер йәшәтеү дөрөҫ түгел - өлкәндәр тормошона әҙерләгәндә шул иң мөһиме. Үҙҙәре лә балыҡ тота алырлыҡ балапандарҙы артыҡ ашатып шаштырыу, һалындырыу кәрәкмәй. Ата-инә үҙ көсөн, ваҡытын, аҡылын һәм күнекмәләрен ҡошсоҡтарының дөрөҫ үҫешенә йүнәлтергә, бәпкәләрен осорға өйрәтеүҙе хәстәрләргә тейеш!
Тимәк, инә бөркөт ата бөркөттө, ботаҡ ырғытып, юҡҡа ғына һайламай икән. Ул бит балаларының һәләкәткә осрауын теләмәй. Тикшереп-нитеп тормай, вайымһыҙ атай һайлаһаң, балаларыңды хәүефле яҙмышҡа дусар итеүең бар... Етмәһә, бөркөттәрҙең балалары бер йәки ике, һирәк кенә өс балапан була - былай ҙа күп түгел.
Әйтер кәрәк, ата бөркөттөң ғүмере дауамында бер генә инә бөркөтө була. Әгәр һөйгән инә бөркөтө үлһә, ата бөркөт яңғыҙ ҡалыуҙы хуп күрә...
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1