Предыдущая публикация
Сәриә Камалетдинова(Мөлөкова) .
Һағынып ҡайттым-,тинем мин.
Үҙемдең яҡыныма.
Тынып ҡалды,өндәшмәне,
Һулап ҡуйҙы тын ғына.
Эх,һөйгәнем,ғәфү ит һин,
Һөйләп булмай ҡай саҡта.
Йөрәктәге хистәремде
Аңлатып булмай хат та...
Тел асҡысын һәр кемгә лә
Тәбиғәт бирмәй күрәһең.
Йөрәгем асҡысын бирәм-
Аса алһаң,кереһең.
Йөрәгемдең төбөндә
Һиңә булған наҙ ята,
Әйтә алмаған матур һүҙҙәр
Бик күптән көтөп ята:
Алтыным,минең матурым,
Яҡыным һәм ҡояшым,
Башҡортым,йәнем,сәскәм һин,
Кәтөп алған шатлығым!
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев