Фажиғәле, әммә сағыу яҙмышлы яҡут (һаһа) классигы сәйәси эҙәрлекләүҙәргә дусар булып, абруйлы исемен, һаулығын, актриса булып эшләгән яратҡан ҡатынын да юғалта. Һөйләүҙәренсә, туберкулез менән сирле шағир хәл өҫтөндә ятҡанда тәҙрә аша ҡатынының уның яғына боролоп та ҡарамай үтеп киткәнен күрә. Күҙ алдына килтереүе лә тетрәндергес...
2021 йылда шағирҙың тыуыуына 135 йыл тулыу айҡанлы руссаға «Дай мне спеть…» тип әйләндерелгән иң билдәле шиғырын башҡортсаға тәржемә итеүемде һоранылар, уны төрлө телдәрҙә әҙерләп, йыйынтыҡ сығарырға тейештәр ине. Яҡут телендәге менән сағыштырып тәржемә иттем. Йәшермәйем, әҫәр өҫтөндә эшләү бик ауыр булды, бер тәржемәм дә шулай ҡыйын бирелмәгәйне.
Һеҙҙең хөкөмгә:
ТЫЙМА, ЙӘНЕМ, ҺИНЕҢ ХАҠТА ЙЫРҘАН
Тыйма, йәнем,
Һинең хаҡта йырҙан,
Һинең хаҡта
Моңло йырҙар һуҙһам,
Татлы хыялдарың
Һинең боҙмам,
Татлы төштәреңде
Борсоп уҙмам.
Көйләйемсе, йәнем, көйләйемсе,
Шым-шым ғына хисем һөйләйемсе.
Йырламайса нисек
Түҙмәк кәрәк,
Һине күрһәм,
Дөп-дөп тибә йөрәк,
Һағыштарға һине,
Ҡурҡма, һалмам,
Һис яманлыҡ һиңә
Ҡыла алмам,
Күҙ йәштәрең һинең
Түктермәмен,
Рәнйеш алып, теҙгә
Сүктермәмен.
Тыйма, йәнем, һинең хаҡта йырҙан,
Һинең хаҡта һыҙам, эстән һыҙам...
Тыйма!
Мин йырлармын
Өҙөлөп- өҙөлөп -
Сәстәрең һибелеп
Ебәктәй ятҡанын иңеңдә,
Ҡаранан-ҡара ҡаш,
Ут һала һәр ҡараш,
Төнгө күк бәрхәте - күҙеңдә.
Уймаҡтай өрөлгән,
Еләктәй – ирендәр,
Көмөштәй аҡ тештәр теҙелгән.
Ал сәскә – яңағың,
Һөйөүҙән янамын,
Өнөмдә, төшөмдә - һин генә
Алмалай түштәрең
Ҡалҡынып китеүен,
Йырлармын тын ғына, тын ғына.
Мин ҡыуанам яҡты
Был донъяла
Ҡояш кеүек балҡыр
Һин булғанға,
Донъялағы иң ҙур
Ҡиммәтем һин,
Йәнем-тәнем менән,
Аңым менән,
Ҡайнар ҡаным менән
Ғашиҡ булған иң ҙур
Һиммәтем һин.
Һинең өсөн шикһеҙ
Әҙермен мин
Ҡаяларҙан ергә
Ташланырға,
Хәтәр сәфәр әгәр
Тура килһә,
Баш аҫтыма хатта
Таш һалырға,
Һинең өсөн
Һис бер уйлап тормай
Ҡылыстарҙан үтеп –
Баш һалырға.
Ҡалҡан булып һине
Һаҡлармын мин,
Яманлыҡтан һине
Яҡлармын мин,
Тыйма, йәнем, һинең хаҡта йырҙан,
Һинең хаҡта һыҙам, эстән һыҙам...
Йөрәк ҡағышымда,
Яҙмышымда,
Шишмәләрҙең наҙлы
Ағышындай,
Нурлап торҙоң,
Мине наҙлап торҙоң
Йондоҙҙарҙың яҡты
Балҡышындай.
Япраҡтарын иркә
Елберләткән
Һомғол һынлы зифа
Ҡайын кеүек,
Тауышыңа мөкиббәнмен күптән,
Һинең менән бер йән,
Бер тәнмен дә.
Тыйма, йәнем, һинең хаҡта йырҙан,
Һинең хаҡта һыҙам, эстән һыҙам...
Гүзәл Ситдиҡова тәржемәһе
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев